+30 °С
Болотло
Бөгөн Өфөлә 1 миллион 181 мең кеше йәшәй, тип хәбәр итте баш ҡала мэры Ратмир Мәүлиев 5-се саҡырылыш муниципалитет советының сираттағы ултырышында.
Өфө хакимиәте башлығы һүҙҙәренсә, баш ҡала Рәсәйҙең иң ҙур 10 ҡалаһы иҫәбендә, ә тыуым кимәле буйынса 5-се урынды биләй. Былтыр ғинуар-февраль айҙарында миграция үҫеше 4,5 мең кеше тәшкил иткән.
Бынан алдараҡ Өфө сафҡа индерелгән торлаҡ күләме буйынса рекордты уҙып китте.