Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
19 Март 2024, 12:11

Яҡташтарыбыҙ бәләгә тарыған

Амур өлкәһендә биш яҡташыбыҙ рудникта емереклектәр аҫтында ҡалған

Яҡташтарыбыҙ бәләгә тарығанЯҡташтарыбыҙ бәләгә тарыған
Яҡташтарыбыҙ бәләгә тарыған

Амур өлкәһе Зея муниципаль округындағы рудниктың ер аҫты эштәре участкаһында тау тоҡомдары ишелгән. 13 кешенең емереклектәр аҫтында ҡалыуы ихтимал, тип хәбәр итә Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы. «Башинформ» агентлығына үҙ сығанағынан билдәле булыуынса, улар араһында биш яҡташыбыҙ ҙа бар.

«Дүртәүһе — Сибайҙан, береһе — Учалынан, 31-48 йәшлектәр. Барыһы ла машинист булып эшләй», — тип хәбәр итте мәғлүмәт агентлығы әңгәмәсеһе.

Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының 25 белгесе һәм 4 берәмек техника эшләй.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, шуға бәйле өлкәлә ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән. Әлегә таусылар менән бәйләнеш юҡ.

https://www.bashinform.ru

Яҡташтарыбыҙ бәләгә тарыған
Яҡташтарыбыҙ бәләгә тарыған
Автор:
Читайте нас