Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
21 Март 2024, 19:02

Суд ҡарары иғлан ителде

Өс кешене үлтергән студент егетте 20 йылға хөкөм иттеләр

Суд ҡарары иғлан ителдеСуд ҡарары иғлан ителде
Суд ҡарары иғлан ителде

Уҙған йылдың февралендә Ҡырғыҙ-Миякәлә бар республиканы шаулатҡан ҡанлы ваҡиға булғайны. 22 йәшлек Тимур С. 16 йәшлек ҡыҙы менән ташлашҡас, ҡыҙҙы һәм уның егетен үлтергәйне. Егет тәртипле ғаиләнән – атаһы нефтсе, әсәһе райондың мәғариф бүлегендә эшләгән. Егет үҙен бары тик яҡшы яҡтан ғына күрһәткән. Ләкин һөйгәне менән айырылышыуҙы тыныс ҡына ҡабул итә алмаған. Сүкеш һәм бысаҡ менән ҡоралланып икеһенең дә ғүмерен өҙгәндән һуң машинаһында Өфөгә барырға сыға һәм ҡаршы һыҙаттан килеүсе машинаға бәрелә. Һөҙөмтәлә, ул машиналағы 61 йәшлек ир үлә.

21 мартта әлеге эш буйынча суд ҡарарын сығарҙы. Тимур 20 йылға хөкөм ителде, шуға өҫтәп мәрхүмдәрҙең ғаиләләренә рухи зыян күләмен дә ҡапларға тейеш.

Фото: Уфа. Кп.ру

tulpar.info

 

Суд ҡарары иғлан ителде
Суд ҡарары иғлан ителде
Автор:
Читайте нас