Дим буйҙары
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
31 Март , 17:19

Яҙ етә...

Апрель башында Башҡортостанда аномаль йылы буласаҡ, тип белдерә синоптиктар

Яҙ етә...
Яҙ етә...

Бөгөн, көн оҙоно ҡар ҡатыш ямғыр яуып торғанда, бындай фаразға бик ышанып та булмай. Хәйер, тәбиғәттең үҙ ҡанундары шул: бер ҡараһаң, йылыта, бер ҡараһаң, һыуыта.

1 һәм 2 апрелдә һауа температураһы көндөҙ +5,+10 градусҡа ҡәҙәр күтәреләсәк, төндә -3,+2 градус буласаҡ. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, республиканың көньяҡ-көнсығышында ҡарлы ямғыр яуыуы көтөлә.

3-5 апрелдә республика территорияһына көньяҡтан йылы һауа массаһы киләсәк, шул сәбәпле, уртаса температура норманан 3-7 градусҡа юғарыраҡ буласаҡ, тип аңлата синоптиктар. Был инде аномаль йылы һауа торошо көтөлә тигән һүҙ. Көндөҙ  +10,+15 градусҡа ҡәҙәр йылытасаҡ. 

Башинформ. 

Яҙ етә...
Яҙ етә...
Автор:
Читайте нас: