Дим буйҙары
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Апрель , 19:33

Бишбүләктә шиғриәт кисәһе үтте

Бишбүләк 1-се урта мәктәбендә башҡорт шағиры Баязит Бикбайҙың ижадына арналған шиғыр конкурсы ойошторолдо

Бишбүләктә шиғриәт кисәһе үтте
Бишбүләктә шиғриәт кисәһе үтте

Бөгөн, йәғни 12 апрелдә, башҡорт шағиры, прозаик, драматург Баязит Бикбайҙың тыуыуына 115 йыл тулыу уңайынан әҙәби-музыкаль кисә үтте. Бәйгелә районыбыҙҙың төрлө мәктәптәренән килгән уҡыусылар шағирҙың әҫәрҙәрен тасуири һөйләү буйынса ярышты.

Мең ырыуы төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы һәм район мәғариф бүлеге менән берлектә ойошторолған сараны мәктәп директоры Урал Риза улы Ғатауллин асып, һәммәһенә лә уңыштар теләне. Алып барыусылар килгән ҡунаҡтар менән таныштырып үтте: мең ырыуы төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Альфред Әхтәм улы Шәймәрҙәнов, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Булат Жозеф улы Ноғоманов, яҙыусы, Ф.Кәрим, М.Аҡмулла премиялары лауреаты Фәнис Янышев,   философия фәндәре докторы Рәфил Аҫылғужин һ.б.. Рәфил Рифҡәт улы башҡорт халҡының үткәне, мең ырыуы биләгән ерҙәре тураһында һөйләп, уҡыусыларға бай мәғлүмәт еткерҙе. Сығышының һуңында, ул мәктәпкә “Башҡортостан ҡалаларының атласы” китабын бүләк итте.

Шиғыр бәйгеһе башланыу менән һөйләүсҽләр бер-бер артлы сәхнә түренә менеп, үҙҙәренең оҫталығын күрһәтә башланы. Күп кенә уҡыусыларҙың үҙҙәрҽн сәхнәлә тота бҽлҽүҙәрҽ, дөрөҫ интонация мҽнән һөйләүҙәрҽ яҡшы әҙҽрлҽк мҽнән сығыуҙарын күрһәтҽп тора инҽ. Әлбиттә, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән балаларға ауырғараҡ тура килә. Шуныһын да билдәләп үтке килә, күп кенә сығыш яһаусылар бөгөнгө көндә лә актуаль булған тема - Баязит Бикбайҙың “Туған тел” шиғырын һайлағайны.

Йәш сәсәндәрҙең сығышын туған телдәр буйынса район методисы Гөлназ Дамир ҡыҙы Фәйрушина, район гәзитенең хәбәрсеһе Ләйлә Ғүмәрова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса уҡытыусыларҙың район методик берләшмәһе етәксеһе Раушания Салауат ҡыҙы Тихонова, башланғыс кластар уҡытыусыһы Дилара Минулла ҡыҙынан торған баһалама ағзалары ун һигеҙ ҡатнашыусы араһынан урындарҙы ғәҙҽл бүлде. Һөҙөмтәлә, иң яҡшы шиғыр һөйләүсҽләр тип Байрас Батраев (Айыт мәктәбе, 7-се кл), Халиков Ленар (Ҡаныҡай мәктәбе ), Халикова Лияна (Ҡаныҡай мәктәбе, 4-cе кл), Абайдуллина Лиана (Дим урта мәктәбе,5-cе кл), Ғәйзуллина Зилә (Йылболаҡтамаҡ мәктәбе, 2-се кл), Ғәбиҙуллина Фиҙәлиә (Дим урта мәктәбе, 5 кл.), Ниғәмәтйәнова Ләйсән (Бишбүләк 1-cе мәктәбе, 7-се кл. ) Cәетгәрәев Данияр (Айыт  мәктәбе, 7-cе кл.) Әхмәтшина Сафия һәм Батраев Байназар (Ҡаныҡай мәктәбе уҡыусылары) билдәләндҽ. Уларға мең ырыуы төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы исеменән дипломдар тапшырылды һәм китап-журналдар бүләк ителде. Лайыҡлы сығыш яһаған ҡалған уҡыусыларға ла район мәғариф бүлегенең Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Бүләкләү барышында, яҙыусы Фәнис Фәтих улы шиғыр бәйгеһенә уҡыусыларҙы әҙерләп алып килгәндәре өсөн уҡытыусыларға изге теләктәрен еткереп, уҡыусыларға артабан да тырышып белем алырға, туған телде яҡшыраҡ өйрәнергә өндәне. Мәктәп уҡыусыларының дәртле бейеүҙәре һәм Зөлфиҙә Муллағәлиеваның йырҙары сараны тағын да йәмләне.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

Автор фотолары.

Бишбүләктә шиғриәт кисәһе үтте
Бишбүләктә шиғриәт кисәһе үтте
Бишбүләктә шиғриәт кисәһе үтте
Бишбүләктә шиғриәт кисәһе үтте
Бишбүләктә шиғриәт кисәһе үтте
Бишбүләктә шиғриәт кисәһе үтте
Автор:Гумерова Л
Читайте нас: