Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
27 Апрель 2024, 09:41

Башҡортса диктант яҙҙылар

Башҡортса диктант яҙыуға Йылбулаҡтамаҡ мәктәбе лә әүҙем ҡушылды.

Башҡортса диктант яҙҙыларБашҡортса диктант яҙҙылар
Башҡортса диктант яҙҙылар

Был акцияға быйыл 10 йыл, ул тәүге тапҡыр 2014 йылда ойошторола.

27 апрелдә Йылбулаҡтамаҡ мәктәбе уҡытыусылары һәм коллективы «Башҡортса диктант яҙ ҙа, белемеңде тикшер!» девизы аҫтында башҡорт теленән региональ диктант яҙҙы! Белем усағының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Илфина Рәйес ҡыҙы Кинйәбаева тексты үҙе уҡыған, башҡорт теленән диктант яҙыуҙа 5-cе, 7-cе, 8-се класс уҡыусылары ҡатнашҡан. 

- Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу кеүек саралар мәктәптә һәр ваҡыт ниндәйҙер күңел күтәренкелеге менән үтә. Диктантты яҙырға уҡыусыларҙан тыш, мәктәп коллективы һәм башҡалар ҙа яҙырға теләк белдерҙе, - ти ул.  

 

Башҡортса диктант яҙҙылар
Башҡортса диктант яҙҙылар
Автор:Гумерова Л
Читайте нас