Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
27 Апрель 2024, 03:22

Башҡортостанда «тутлы» ямғыр яуыуы мөмкин

һауа торошо үҙәге белгестәре ғәҙәти булмаған тәбиғәт күренеше хаҡында иҫкәртә.

Башҡортостанда «тутлы» ямғыр яуыуы мөмкинБашҡортостанда «тутлы» ямғыр яуыуы мөмкин
Башҡортостанда «тутлы» ямғыр яуыуы мөмкин

«Фобос» һауа торошо үҙәге белгесе Евгений Тишковец республикабыҙ биләмәһендә ошондай ғәҙәти булмаған тәбиғәт күренеше хаҡында иҫкәртә.

Уның һүҙҙәренсә, Рәсәйгә Ливиянан һәм Мысырҙан (Египет) саң бураны килә. «Африканан саңлы шлейфтың йома көндө үк Волга буйына, ә шәмбе Уралға ла барып етеүе көтөлә, тап шул көндәрҙә унда ямғырҙар башлана», — тигән ул «РИА Новости» агентлығына.

Әйткәндәй, Ростов өлкәһендә, Краснодар һәм Ставрополь крайҙарында, шулай уҡ Ҡалмыҡстанда ҡом бураны ҡупҡан.

https://www.bashinform.ru

Башҡортостанда «тутлы» ямғыр яуыуы мөмкин
Башҡортостанда «тутлы» ямғыр яуыуы мөмкин
Автор:
Читайте нас