Был май быуындар, муйын ауыртҡанда, артриттан интеккәндә, баш ауыртыуынан ярҙам итә. Әлеге май менән ауыртҡан урынды яҡшылап ышҡырға кәрәк.
Бәпембә сәскәһен экологик яҡтан таҙа урындан йыйырға кәңәш ителә. Юл буйҙарынан йыя күрмәгеҙ.
Шифалы майҙы яһау өсөн 500 грамм сәскә, 1 литр юғары сифатлы һалҡын ысул менән һығылған үҫемлек майы (холодный отжим - рус.) кәрәк буласаҡ.
Сәскәләрҙе йыйғас банкаға тултырығыҙ. Өҫтөнә май ағыҙып, банканы марля менән ҡаплағыҙ һәм ҡараңғы урынға ҡуйығыҙ. Банка ҡараңғы ерҙә 3 аҙна торорға тейеш.
Сәскәләр көрән төҫкә кергәндән һуң майҙы һөҙөп, ҡараңғы һәм һалҡынса урында һаҡлағыҙ.
#йортбакча