Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Май , 12:13

Көн торошо

Майҙың һуңғы ун көнөндә Башҡортостанда һауа температураһы норманан 4 градусҡа түбәнерәк була, тип фаразлай синоптиктар.

Көн торошо
Көн торошо

«Быйылғы май республика халҡын йылы һауа торошо менән ҡыуандырмай. Уҙған осорҙа республикала һауа температураһының ныҡ түбәнәйеүе күҙәтелде. Айҙың икенсе декадаһында аномаль һауа температураһы 4-5° етте. Рәсәйҙең Гидрометеорология үҙәге фаразынса, майҙың һуңғы декадаһында һалҡын һауа торошо һаҡлана, уртаса температура норманан 4° түбән була. Көндәр бер аҙ йылы торғандан һуң һауа температураһы йәнә түбәнәйә. Аҙна аҙағында төндә күпселек райондарҙа һауала һәм тупраҡ өҫтөндә -1, -6 градусҡаса һалҡынайтып, ҡырау төшөүе көтөлә, көндөҙ +10, +16°. Урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал», —  тип хәбәр ителә Башгидромет сайтында.

Алдағы ял көндәрендә республикала йылы булыуы көтөлә.

https://www.bashinform.ru

Көн торошо
Көн торошо
Автор:
Читайте нас: