-17 °С
Болотло
Иртәгә Өфөнөң Совет майҙанында II Халыҡ-ара “Китап байрамы” йәрминкәһе үтә. Өс көн дауамында барған киң сарала ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу ҙа ойошторола.
Гәзит-журналдарға яҙылыусылар араһында көн һайын приздар отошо үткәрелә. Һәр көн уйнатыуға 1 пауэр-банк һәм 5 сымһыҙ ҡолаҡсын (беспроводой наушник) ҡуйыла.
Приздар 17.00 сәғәттә уйнатыла.
Шулай уҡ һәр кем, "Добрая подписка" акцияһында ҡатнашып, ваҡытлы матбуғат баҫмаларын МХО-ла ҡатнашыусылар ғаиләләренә, мохтаждарға бүләк итә ала.
башинформ.