Һуңғы ҡыңғырау бөтә уҡыусылар өсөн дә көтөп алынған байрам. Дим урта мәктәбен быйыл 11-се класты 6 уҡыусы тамамланы. Оло тормош алдында торған йәштәр өсөн был көн шатлыҡлы ла, шул уҡ ваҡытта моңһоу ҙа. Тыуған мәктәптән, дуҫтарҙан, яратҡан уҡытыусыларҙан айырылыуы еңелдәрҙән түгел шул.
Сығарылыш класс уҡыусыларын байрам менән Дим ауыл Советы район хакимиәте башлығы Сергей Михайлович Ходак тәбрикләне. Ул шулай уҡ алда торған имтихандарҙы уңышлы тапшырып, алдағы тормошта ла һынатмауҙарын теләне. Сығарылыш класс уҡыусыларына мәктәп директоры, уҡытыусылар, класс етәксеһе һәм ата-әсәләр ҙә изге теләктәрен еткерҙе.
Һуңғы мәктәп ҡыңғырауының сыңы - бала саҡ тамамланыуын һәм үҙаллы оло юл башланыуын белдереүсе тулҡынландырғыс мәл ул. Әле ҡасан ғына мәктәп тупһаһын ашатлап кергән кеүекһең, ә хәҙер инде улар һуңғы мәктәп вальсын бейей. Шау-шыулы мәктәп йылдырын хәтерләтеп, һуңғы ҡыңғырау сыңы ҡолаҡтарҙа оҙаҡ яңғырар әле.
Аҡ юл һеҙгә, сығарылыш класс уҡыусылары!