+30 °С
Болотло
Сочи тиклем Сочиға велосипедта барыу өсөн, әлбиттә, физик яҡтан бик сыҙам булыу мөһим. Блогер Салауат Зәйнетдинов дуҫы Динар Нәсибуллин менән бергә велосипедта Өфөнән Сочиға барып еткән. Велосипедсылар 2 мең саҡрымдан ашыу юлды 28 көндә үткән.
Юлда барғанда улар Рәсәйҙең күркәм тәбиғәтенә һоҡланған һәм фотоға төшөргән. Егеттәр палаткала йоҡлаған һәм һауа торошо ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, юлдарын дауам иткән. Ә Өфөгә улар самолет менән ҡайтасаҡ.
Башинформ.