Бөгөн Бишбүләк районында район башҡорттары Ҡоролтайы йыйыны үтте. Көн тәртибендә VI Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайына делегаттар һайлау мәсьәләһе ҡаралды, шулай уҡ ойошманың башҡарған эштәренә йомғаҡ яһалды, киләсәккә пландар билдәләнде.
Ҡоролтай эшендә баш ҡаланан килгән ҡунаҡтар, Бишбүләк районының башҡарма комитеты ағзалары, ойошма етәкселәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, китапхана хеҙмәткәрҙәре, мәҙәниәт өлкәһендә эшләүселәр һәм ауыл биләмәләренән килгән башҡа вәкилдәр ҡатнашты.
Мөһим сара “Урал” гимнын аяғүрә баҫып тыңлау менән башланды. Тәүгеләрҙән булып муниципаль район хәкимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы начальнигы Артур Амур улы Ғәлиев милләттәштәрен сәләмләп үтте. Ул район башҡорттары ҡоролтайы башҡарған эштәрҙе барлап, ыңғай баһа бирҙе.
Өфөнән килгән ҡунаҡ – Башҡортостан Республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау социаль яҡлау министры урынбаҫары Тимур Басир улы Кәримов башҡорт халҡына бәйле һандарға туҡталды.
- Бөгөн донъяла 2 млн. самаһы башҡорт бар, шуларҙан Башҡортостанда 1268 806 кеше йәшәй. Демографик хәл яҡшыра бара, күп балалы ғаиләләр һаны арта, мәҫәлән, Волга буйы федераль округында беҙ - беренсе, ә Рәсәйҙә етенсе урында торабыҙ, - тип белдерҙе ул. - Республика етәкселеге тарафынан бик күп эштәр эшләнә: һуңғы йылдарҙа 48 мәктәп төҙөлдө, 140 мәктәп ремонтланды. Ауылға эшкә ҡайтҡан 103 уҡытыусы 690 меңлек грант алды. Бынан тыш, спортты үҫтереүгә иғтибар артты. Башҡорт телен һаҡлау һәм яҡлау йәһәтенән Башҡорт теле, милли кейем көнө һ.б. саралар үткәрелә.
Артабан Бишбүләк районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Булат Ноғоманов ҡоролтай тарафынан башҡарылған эштәрҙе телгә алды һәм киләсәккә пландары менән уртаҡлашты.
- Республика кимәлендә үткәрелгән “Айыҡ ауыл” конкурсында йыл һайын ҡатнашырға тырышабыҙ. Ауылдарҙа милли байрамдар ойошторола, балаларҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында, башҡорт телендә шиғыр һөйләү конкурстары үтеп тора. Киләсәктә мәктәп уҡыусылары араһында йәштәр ҡоролтайы ла эшләргә иҫәп бар, - тине ул, үҙенең сығышында.
Аҙнай ауылының мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Рита Шәймәрҙәнова “Районыбыҙҙа үткән мәҙәни саралар” тигән доклад менән сығыш яһаны, ә китапханасы Фәнисә Камаева Бишбүләк районында китапханаларҙың башҡорт әҙәбиәте менән тәьмин ителеүе, туған телгә һөйөү тәрбиәләүҙә китапханаларҙың роле тураһында мәғлүмәт еткерҙе.
Йыйылыштың икенсе өлөшөндә VI Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайына (съезына) делегаттар һайлау мәсьәләһе ҡаралды. Залдағылар бер тауыштан Булат Назиф улы Ноғомановтың кандидатураһы өсөн тауыш бирҙе.
Сараны Миңдеғәфүр Зәйнетдиновтың ҡумыҙҙа уйнауы, ҡурай моңдары, Аҙнай мәҙәниәт йортоноң “Хазина” халыҡ фолькор ансамбленең сығыштары йәмләне.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА
автор фотолары.