4 йомортҡа, 150 г шәкәр, 125 г аҡ май, 150 г он, 150 г мәк, бер ҡалаҡ ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель), ванилин, 70 мл һөт кәрәк.
Мәктең өҫтөнә һөт ҡойоп, талғын утта 5 минут ҡайнатып алырға ла, һауыттың өҫтөн ҡапҡас менән ябып, 20– 30 минут ултыртып торорға. Һуңынан мәкте һөҙөргә. Һөт һарҡып бөткәс, массаны төйөп, тағы ла йомшартырға. Йомортҡаларҙы ағын һарыһынан айырып, һарыһына шәкәр, май һалып, миксер менән болғатырға, ҡамыр ҡабартҡыс, он, мәк һалып, ҡамыр әҙерләргә. Йомортҡаның ағын ныҡ итеп күпертергә һәм әҙер ҡамырға өлөшләп һалырға. Кекс 180 градуслы мейестә ярты сәғәттә бешә.