Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Июнь , 11:51

Баҡса үҫтереү стрестан арынырға ярҙам итә

Ғалимдар иҫәпләүенсә, баҡса үҫтереү сәләмәтлеккә, күңел торошона ыңғай тәьҫир итә икән. Мәҫәлән, ерҙә эшләү кортизол, йәғни стресс гормоны кимәлен кәметеп, күңел төшөнкөлөгөнән арындырһа, физик әүҙемлек бөтә төр мускулдарҙы хәрәкәткә килтерә, артыҡ тән ауырлығынан ҡотолорға, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһын нығытырға ярҙам итә.

Баҡса үҫтереү стрестан арынырға ярҙам итә
Баҡса үҫтереү стрестан арынырға ярҙам итә

Баҡса эше мейе эшмәкәрлеге өсөн дә ғәйәт файҙалы. Саф һауала физик эш һөҙөмтәһендә хәтер яҡшыра, иғтибарлылыҡ, фекер йөрөтөү ҡеүәһе үҫешә. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнгәндәрҙә деменция (аҡыл зәғифлеге) менән сирләү хәүефе 36 процентҡа кәмей. Шуға ла, баҡсағыҙ һеҙ теләгәнсә гөрләп үҫмәһә лә, күңел һәм сәләмәтлек өсөн был шөғөлдән ваз кисергә кәрәкмәҫ. Ә түбәндәге баҡса үҫтереү хикмәттәренең, бәлки, кемгәлер файҙаһы тейер.  

- сөгөлдөр яһалма ямғыр яуҙырыу ысулы менән йыш һуғарғанды ярата, ә бына ерҙе һаҡ ҡына йомшартыу фарыз;

- икенсе тапҡыр һирәгәйткәндән һуң сөгөлдөрҙө минерал ашламалар менән туҡландырыр кәрәк;

- ҡояшлы урында сәселгән укроп хуш еҫлерәк булыр. Әйткәндәй, был аш тәмләткес үҫкән тупраҡҡа көл һәм эзбиз һалмайҙар;

- көндәр һалҡын торғанда, теплица эсенә ҡайнар һыулы биҙрәләр индерергә йә ҡалай өҫтөнә эҫе кирбестәрҙе ҡуйырға була;

- уңышты арттырыр өсөн баҡсаға һеркәләндереүсе бөжәктәрҙе ылыҡтырыр кәрәк. Бының өсөн участкаға алһыу һәм аҡ клевер, һолоүлән, бажат сәсергә мөмкин. Бөжәктәрҙе шулай уҡ аҡ гәрсис һәм кишер сәскәләре ымһындыра;

- йәйгеһен бер нисә тапҡыр емеш бирергә һәләтле баҡса еләгенең уңышы тос булһын өсөн яҙ көнө сәскә һабағын һындыралар;

- кәбеҫтә күбәләге һәм үлән бетенән ҡотолам тиһәгеҙ, кәбеҫтә араһына укроп, кориандр, сельдерей, бәрхәт үлән сәсергә, йәиһә әрем ботаҡтарын һалып сығырға була;

- картуф ултыртҡанда, соҡорға көл һибеп барырға онотмағыҙ: берҙән, ашлама, икенсенән, ҡаты ҡорттан һаҡлар;

- һарымһаҡ яҡшы уңыш бирһен өсөн, июндең беренсе яртыһында тәүҙә тоҙло (10 литр һыуға 2 аш ҡалағы тоҙ), һуңынан ғәҙәти һыу ҡоялар;

- әгәр йәй башында бороста бер нисә төймәлсек барлыҡҡа килеп, ул сәскә атыуҙан туҡтаһа, был төймәлсектәрҙе өҙөп алығыҙ. Бынан һуң борос икеләтә ҡеүәт менән сәскә ата башлар һәм миҙгел аҙағында мул уңыш менән ҡыуандырыр;

- тамырҙарға һауа үтеп инһен өсөн боростоң төбөн йыш-йыш йомшартып тороу зарур;

- бал ҡорто, иңкеш, күбәләк кеүек файҙалы бөжәктәрҙе ылыҡтырыр өсөн, ҡыяр һәм помидор түтәлдәре янына георгин, тырнаҡ гөл, бәрхәт үлән сәсегеҙ.

Баҡса үҫтереү стрестан арынырға ярҙам итә
Баҡса үҫтереү стрестан арынырға ярҙам итә
Автор:
Читайте нас: