Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
21 Июнь 2024, 17:33

Өс университетыбыҙ Рәсәйҙең иң яҡшы 100 вузы иҫәбендә

Рейтинг һөҙөмтәләре «Юғары мәктәптең киләсәге-2024» форумында билдәле булды.

Өс университетыбыҙ Рәсәйҙең иң яҡшы 100 вузы иҫәбендәӨс университетыбыҙ Рәсәйҙең иң яҡшы 100 вузы иҫәбендә
Өс университетыбыҙ Рәсәйҙең иң яҡшы 100 вузы иҫәбендә

RAEX рейтинг агентлығы илдең иң яҡшы университеттары исемлеген баҫтырып сығарҙы. 2024 йылда Башҡортостандың өс юғары уҡыу йорто тәүге 100 иҫәбенә инде.

Өфө дәүләт нефть техник университеты дөйөм исемлектә үҙ позицияларын нығытыуын дауам итте һәм 47-се урын алды, былтыр 51-се ине. Башҡорт дәүләт медицина университеты бер йылда алты баҫҡысҡа күтәрелеп, 75-се урында урынлашты. Өфө фән һәм технологиялар университеты тәүге тапҡыр рейтингҡа инде - 95-се урында.

Рейтинг һөҙөмтәләре «Юғары мәктәптең киләсәге-2024» форумында билдәле булды. Исемлектә бөтәһе 29 төбәктән университеттар бар.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/24236/

Өс университетыбыҙ Рәсәйҙең иң яҡшы 100 вузы иҫәбендә
Өс университетыбыҙ Рәсәйҙең иң яҡшы 100 вузы иҫәбендә
Автор:
Читайте нас