Дим буйҙары
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Июль , 16:40

Республикала контракт төҙөүселәргә берҙәм түләү 1 млн һумға тиклем артты

Был ҡағиҙә быйыл 10 июлдән ғәмәлгә инә.

Республикала контракт төҙөүселәргә берҙәм түләү 1 млн һумға тиклем артты
Республикала контракт төҙөүселәргә берҙәм түләү 1 млн һумға тиклем артты

Махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеү өсөн Рәсәй Оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйған Башҡортостан халҡы бер тапҡыр 505 мең һум аласаҡ. Рәсәй Оборона министрлығы һәм муниципалитеттарҙың контракт төҙөгәндә бирелгән түләүҙәре менән бергә дөйөм түләүҙәр күләме 1 миллион һумға тиклем артасаҡ. Был хаҡта бөгөн Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин хәбәр итте. Был ҡағиҙә быйыл 10 июлдән ғәмәлгә инә.

– Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың ҡушыуы буйынса, 10 июлдән контракт буйынса хәрби хеҙмәткә барған граждандарға түләүҙәр күләме арта. Әгәр быға тиклем бер тапҡыр бирелә торған түләү суммаһы 205 мең һум тәшкил итһә, хәҙер ул республика бюджеты иҫәбенә 505 мең һумға еткерелә. Контракт төҙөгәндә Рәсәй Оборона министрлығы һәм муниципалитеттарыбыҙ биргән түләүҙәр менән бергә дөйөм алғанда 1 миллион һумға етәсәк. Был Радий Фәрит улының бөтә хәрби хеҙмәткәрҙәребеҙгә: контрактсыларға ғына түгел, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларға, шул иҫәптән мобилизацияланғандарға ла ҙур иғтибар бүлеүе менән бәйле. Был түләүҙәр контракт буйынса хәрби хеҙмәттең абруйын арттырырға мөмкинлек бирәсәк, – тине Максим Забелин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров контрактсыларға махсус хәрби операция өсөн бер тапҡыр 205 мең һум түләү тураһындағы указға ҡул ҡуйғайны. Контракт төҙөгәндә яугирҙәр 400 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү ала. Дөйөм алғанда, бер тапҡыр бирелә торған түләү күләме 600 мең һумға еткән, сөнки үҙ өҫтәмәләрен ҡала һәм район хакимиәттәре индергән. МәҫәләнӨфөлә яугирҙәргә - 200 мең һум, ә Стәрлетамаҡта 150 мең һум өҫтәп түләйҙәр.

Рәсәй Оборона министрлығы менән килешеүгә ҡул ҡуйырға теләгән Башҡортостан халҡы ситуация үҙәгенең 122 йәки (347) 218-19-19 номерҙары буйынса, шулай уҡ “Минең документтарым” күп функциялы үҙәге офистарында үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирә ала.

Һайлап алыу пункты номеры (347) 248-29-31.

Фото: Башинформ, https://t.me/bashbat02/7180.

Башинформ. 

Республикала контракт төҙөүселәргә берҙәм түләү 1 млн һумға тиклем артты
Республикала контракт төҙөүселәргә берҙәм түләү 1 млн һумға тиклем артты
Автор:
Читайте нас: