Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
2 Август 2024, 07:16

«Юҡ, мәктәп йылдарын бер кем бер ҡасан да онотмаҫ...»

Ҡыңғыр-Мәнәүез урта мәктәбен тамамлаусылар 50 йылдан һуң осрашты

«Юҡ, мәктәп йылдарын бер кем бер ҡасан да онотмаҫ...»«Юҡ, мәктәп йылдарын бер кем бер ҡасан да онотмаҫ...»
«Юҡ, мәктәп йылдарын бер кем бер ҡасан да онотмаҫ...»

Мәктәп йылдары hәр кем өсөн бала саҡ hәм йәшлек миҙгелдәре кеүек һиҙелмәйсә hәм тиҙ үтә, иң яҡты иҫтәлек булып ҡала. Иҫ киткес мәктәп иле, унда беҙ барыбыҙ ҙа бәләкәй, килбәтһеҙ булабыҙ, hәм башта бөтөнләй тәжрибәһеҙ. Ләкин һуңынан, яратҡан уҡытыусыларыбыҙ менән аралашып, кластан класка күсеп, тормош тәжрибәһе туплайбыҙ. Унан һуң, белем, күнекмәләр алып, үҙебеҙ һайлаған hөнәр буйынса төрлө вазифаларҙа намыҫлы хеҙмәт итәбеҙ, балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ менән ғаилә ҡороп, шул уҡ ваҡытта кесе ватаныбыҙҙың патриоттары булып ҡалып, ҙур дoнъяға ҡыйыу аҙымдар яһайбыҙ.

— Бынан биш йыл элек, февраль айында, тыуған мәктәбебеҙҙә төрлө йылдарҙағы сығарылыш кисәһе үткәргәндә, беҙҙең 1974 йылғы сығарылыштан бик күп кеше йыйылманы, — ти Бишбүләк ауылында йәшәүсе  Наил Салауатов. — Ул ваҡытта беҙҙең сығарылышҡа 45 йыл тулғайны. Ул саҡта без ярты быуатлыҡ юбилей осрашыуына дуҫтарса йыйылырға тырышырбыҙ, тип уйланыҡ. Күптәрҙең координаттарын hәм адрестарын таптыҡ, шылтыратыша башланыҡ. Беҙ уҡығанда, барлыҡ кластарҙа ла өсәр  параллель класс бар ине. Класта балалар һаны ла күп ине — утыҙлап кеше.

Ул әйтеүенсә, хәҙер барыһы ла хаҡлы ялда, ҙурилебеҙҙең төрлө мөйөштәре буйлап таралған класташтарын саҡырыу буйынса башҡарылған эштең ҡатмаулы процесын тасуирлай. Һәм ул, 1974 йылғы сығарылыш класс уҡыусылары осрашыуын ойоштыроусы булараҡ, быйыл июль уртаһында 16 кешене бергә туплай алған. Улар Өфө, Ҡазан, Сорғот, Дәүләкән ҡалаларынан hәм Бишбүләк, Сухоречка, Ҡыңғыр-Мәнәүез, Сулпан ауылдарынан ҡайтҡан. Улар араһында Сәйетғәли Әхмәтйәнов, Олег Ғабдрахимов, Минзәрә Сафина, Венера Зәкиева, шулай уҡ биш бала үҫтергән Зөлфирә Ғиләжева, Рауил Хәйретдинов, Ринат Әhлиев, Рәсүл Сабитов, Гөлнур Ғабдрәүпова, Әлфиә Хәйретдинова, Фәния Ғилфанова, Зөлфирә Валкеева, Фәүәрис Ғаязов, Сәмәрә Минғажева hәм Наил Салауатов үҙе.

— Осрашуыбыҙҙы Салауат шишмәһендә ойошторҙоҡ, — тип дауам итә Наил Әхмәтғәли улы.— Бында мул һыулы hәм тиҙ аға торған шишмә янында ҙур hәм матур беседка бар. Махсус         йыhазландырылған урынға сәй ҡайнатырға самауыр, былау бешереү өсөн ҡаҙан ҡуйып, усаҡ яндырып ебәрҙек, табынға байрам ризыҡтары теҙҙек. Ғәҙәт буйынса, башта доға уҡыдныҡ. Шунан һуң музыкаль программа башланды. Беҙ үҙебеҙ белгән барлыҡ йырҙарҙы башҡарҙыҡ, кемдер хатта бейене лә. Онотолмаҫлыҡ мәктәп йылларын иҫкө төшөрөп, кискә ҡәҙәр һөйләшеп ултырҙыҡ. Һәм барыһы ла бында        й осрашыуҙарҙы йыл һайын ойоштороу идеяһын хупланы. Яратҡан уҡытыусыбыҙ Асия Ҡауи ҡыҙы Сафинаны ла онотманыҡ. Ул беҙҙең класс етәксеһе ине һәм ҡырыҡ йылдан артыҡ мәктәптә математика уҡытты. Тиҙҙән уға 90 йәш тула. Асия Ҡаүи ҡыҙы мәжлескә килә алманы, ләкин беҙ күстәнәстәр алып, уның өйөнә барҙыҡ, уға сәскә бәйләме hәм бик матур бүләк — матур тышлы, ауылыбыҙҙа тыуып-үҫкән Айгөл Ахунованың «Ҡорғаным — күңелем шишмәһе» тигән китап бүләк иттек.

Владимир СМОЛОВ. Фотолар Наил Салауатовтың шәхси архивынан.

«Юҡ, мәктәп йылдарын бер кем бер ҡасан да онотмаҫ...»
«Юҡ, мәктәп йылдарын бер кем бер ҡасан да онотмаҫ...»
Автор:
Читайте нас