Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
6 Август 2024, 10:21

Белем көнө күсерелде

Быйылғы уҡыу йылы ғәҙәттәгесә 1 сентябрҙә башланмай. 

Белем көнө күсерелдеБелем көнө күсерелде
Белем көнө күсерелде

Уҡыусылар һәр ваҡыттағыса балҡып, матур итеп киенеп, сәскә бәйләмдәрен күтәреп, 2 сентябрҙә белем усаҡтарына юл аласаҡ. Бының сәбәбе билдәле, быйыл 1 сентябрь ял көнөнә тура килә.

Белем көнөнөң күсерелеүе тураһында Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры Илдар Мәүлетберҙин социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итте.

 «Ҡәҙерле балалар, хөрмәтле коллегалар, ата-әсәләр! Быйыл Белем байрамын уҙғарыу тураһында һорауҙар килә. Мәктәптәрҙә уҡыу йылы 2 сентябрҙә башлана. Был көн ял көнөнә туры килһә, уҡыу йылы унан һуңғы эш көнөндә башлана. Шулай итеп, 2024-2025 уҡыу йылы быйыл 2 сентябрҙә башлана»,– тип иғлан итте министр.

Башинформ. 

 

Белем көнө күсерелде
Белем көнө күсерелде
Автор:
Читайте нас