«Беҙ иҡтисадыбыҙға инвестициялар йәлеп итеү буйынса үҙ өҫтөбөҙгә амбициоз бурыс алдыҡ. Базаның даими үҫешен иҫәпкә алып, күрһәткестәрҙе арттырыу йылдан-йыл ҡатмарлыраҡ буласаҡ. Әммә беҙҙең башҡа вариантыбыҙ юҡ. Шуға күрә, инвестициялар йәлеп итеү hәр муниципалитет башлығының төп бурысы булырға тейеш». (Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сығышынан).
Инвестиция сәғәте, республика дәрәжәһендә үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәтеп, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса республиканың барлыҡ муниципаль райондарында hәм ҡала округтарында индерелде. «Инвестиция сәғәттәре»ндә республикала улай уҡ үҫеш алмаған, йәиһә өҫтөнлөклө үҫеш талап иткән яңы йүнәлештәргә, етештереү тармаҡтарына иғтибар бирелә.
Бишбүләк районы территорияһында 516 кесе эшҡыуарлыҡ объекты теркәлгән, шуларҙың 81-е — юридик зат, 435-е — шәхси эшҡыуарҙар. Улар менән әүҙем хеҙмәттәшлек итеүмаҡсатынан, район хакимиәтендә даими рәүештә «Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре» уҙғарыла башланы. Мәҫәлән, 2023 йылда А.В. Смоловҡа йәмәғәт туҡланыуы эшсәнлеге төрө буйынса финанс ярҙамы күрһәтелгән. 2022 йылда Бишбүләктә Андрей менән Вера Смоловтар ғаиләһе «Sushi Moji» ризыҡты өйгә илтеп биреү ресторанын асты.
Һуңыраҡ йәш эшҡыуар, инвестиция сәғәтендә ҡатнашып, һатып алынған йыhаздарҙы компенсациялауға грант алған.
— Беҙ инде эшләп килеүсе предприятие булараҡ, грант алдыҡ. Йыһаздар һатып алған өсөн компенсация ике йөҙ мең һумға яҡын тәшкил итте. Әлбиттә, был беҙгә бик ярҙам итте. Эшҡыуарҙарға бындай ярҙам саралары кәрәк, тип һанайым, эш башлаусы бизнесмендар өсөн генә түгел, ә үҙ эшен күптән асыусылар өсөн дә, мәҫәлән, предприятиены артабан киңәйтеү, йыhаздар һатып алыу өсөн h.б. Әгәр бындай мөмкинлекте дәүләт бирә икән, файҙаланырға кәрәк, — тип билдәләй Андрей Смолов.
Башҡортостан Республикаһының инвестиция сәйәсәтенең төп ҡоралы — ул «Инвестиция сәғәттәре». Инвестиция советң ултырыштарының әлеге форматы Рәсәйҙең иң яҡшы тәжрибәләренең береһе, тип танылды. Ул республикаға инвестициялар һаны буйынса алдынғы төбәктәр рәтенә инергә мөмкинлек бирә. Башҡортостан Республикаһы Инвестиция комитеты ултырыштары сиктәрендә «Инвестиция сәғәте» форматында биш йыл эсендә (2019 — 2023) 553 ҡаралған инвестицияларҙың дөйөм күләме 1 1012,8 млрд. һум булған hәм 81 323 яңы эш урыны булдырылған.
Наилә СӘБӘХОВА.
Елена Захарова, Бишбүләк районы хакимиәтенең инвестициялар, иҡтисад hәм эшҡыуарлыҡ бүлеге башлығы:
— Бындай формат ярҙамында эшҡыуарҙар менән йәнле һөйләшеү булдырыуға, проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙа шарттар тыуҙырыуға ирешеп була. 2023 йылда «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» форматында 51 кәңәшмә уҙғарылды, дөйөм суммаһы 155 млн һумға яҡын булған 72 проект ҡаралды. 2024 йылда 30 ултырыш уҙғарылды, 46 проект ҡаралды. Йыл һайын «Кесе hәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү hәм уларға ярҙам итеү» муниципаль программаһы сиктәрендә финанс ярҙамы күрһәтелә: биш йыл эсендә 33 кесе эшҡыуарлыҡ
субъектына ярҙам күрһәтелде.