Был дипфейк — программала синтезланған видео йәки аудио. Уны яҙҙырыу өсөн мутлашыусылар аккаунттарҙы ватып инә, хужаларының фотоларын һәм аудио хәбәрҙәрҙән алынған тауыш өлгөләрен ҡуллана. Эшләнгән роликты зыян күреүсенең бөтә таныштарына тарата.
Әгәр аҡса һорап, һеҙгә «түңәрәк» ебәрһәләр:
- видеояҙмаға иғтибар итегеҙ: ысын видеохәбәрҙе ялғанынан тәбиғи булмаған мимика, сәйер күҙ йомғолау, сағыу булмаған һүрәте буйынса айыра алаһығыҙ;
- кемдән хәбәр килгән, шул кешегә шылтыратығыҙ (мессенджерҙа түгел!) һәм унан ысынлап ярҙамға мохтаж булыу-булмауын һорағыҙ.
🛡 Аккаунтыңды мутлашыусыларҙан нисек һаҡларға:
- мессенджерҙа ике факторлы аутентификация ҡуйығыҙ;
- шикле һылтанмалар буйынса үтмәгеҙ;
- шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе таратмағыҙ.
Telegram аккаунтын ватып инһәләр, нимә эшләргә — ошонда уҡығыҙ.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан