Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
14 Август 2024, 11:09

Башҡорт аты фестивале ҡатнашыусылар ГТО нормативын тапшыра ала

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башҡорт аты» фестивале 15-16 августа Баймаҡ районының Граф күле буйында үтәсәк.

Башҡорт аты фестивале ҡатнашыусылар ГТО нормативын тапшыра алаБашҡорт аты фестивале ҡатнашыусылар ГТО нормативын тапшыра ала
Башҡорт аты фестивале ҡатнашыусылар ГТО нормативын тапшыра ала

15 һәм 16 августа Баймаҡ районының Граф күле биләмәһендә «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале сиктәрендә ГТО нормативтарын ҡабул итеү ойошторола, тип хәбәр итә сараны ойоштороусылар.

«Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» алтын, көмөш һәм бронза билдәләренә тап килгән өс ауырлыҡ кимәле буйынса үтәүгә 6 йәштән 70 йәшкә тиклемге (18 йәш баҫҡысы буйынса) теләгән һәр кемгә рөхсәт ителә.

«Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы нормативтарын үтәү өсөн шәхесте раҫлаусы документ, УИН номеры (уникаль индикация номеры), шулай уҡ ГТО медицина сертификаты (балалар өсөн - 20061/У, өлкәндәр өсөн 089 УКВ белешмәһе формаһы) булырға тейеш.

Универсаль электрон карта алыу өсөн шәхси кабинетта теркәлергә һәм йәш төркөмдәре буйынса ГТО һынауҙарының (тестарының) нормативтары менән танышырға https://gto.ru. сайтында мөмкин.

«Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы - күмәк спортты үҫтереүгә һәм милләтте сәләмәтләндереүгә йүнәлтелгән ил халҡын физик тәрбиәләүҙең тулы программаһы һәм норматив нигеҙе. 2019 йылдан ГТО комплексы «Спорт - йәшәү нормаһы!» федераль проекты составына инде.

Фото: Александр Данилов.

 

Башҡорт аты фестивале ҡатнашыусылар ГТО нормативын тапшыра ала
Башҡорт аты фестивале ҡатнашыусылар ГТО нормативын тапшыра ала
Автор:
Читайте нас