Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
16 Август 2024, 05:56

Элвин Грей коллегаларын Өфөнөң 450 йыллығында бушлай сығыш яһарға саҡырҙы

Радик Юлъяҡшин Башҡортостан артистарын, үҙҙәренең дәрәжәләренә ҡарамаҫтан, Өфө юбилейы уңайынан хәйриә концерты ойошторорға саҡырҙы. Һәм гонорарҙы СВО-ла ҡатнашыусы һалдаттарға ебәрергә тәҡдим итте 

Элвин Грей коллегаларын Өфөнөң 450 йыллығында бушлай сығыш яһарға саҡырҙыЭлвин Грей коллегаларын Өфөнөң 450 йыллығында бушлай сығыш яһарға саҡырҙы
Элвин Грей коллегаларын Өфөнөң 450 йыллығында бушлай сығыш яһарға саҡырҙы

«Атҡаҙанған», «халыҡ» йә башҡа йәш артист булһын! Һеҙгә өндәшәм, коллегалар! Өфө ҡалаһы көнөнә арналған бөтә сараларҙа бушлай сығыш яһарға саҡырам! Мин үҙемдең гонорарымды МХО яугирҙарына ебәрәм, әгәр һеҙҙең өсөн Ватан буш һүҙ түгел икән, беҙҙең егеттәргә ярҙам итергә кәңәш итәм!» - тип яҙған Радик Юлъяҡшин социаль селтәрҙә.

Шулай уҡ ул Өфө халҡын һәм ҡунаҡтарҙы байрам майҙансыҡтарына килергә, ил сиген һаҡлаған яугирҙарға теләктәшлек белдерергә саҡырҙы. 

Бынан алда «Башинформ» ҡала юбилейына бәйле  транспорт хәрәкәте схемаһы үҙгәреүе хаҡында яҙҙы.

https://www.bashinform.ru

Элвин Грей коллегаларын Өфөнөң 450 йыллығында бушлай сығыш яһарға саҡырҙы
Элвин Грей коллегаларын Өфөнөң 450 йыллығында бушлай сығыш яһарға саҡырҙы
Элвин Грей коллегаларын Өфөнөң 450 йыллығында бушлай сығыш яһарға саҡырҙы
Автор:
Читайте нас