Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
23 Август 2024, 12:41

Иң яҡшы мәктәптәр рәтендә

Яңы уҡыу йылына әҙерлек буйынса Михайловка урта мәктәбе ҡабул итеү комиссияһы тарафынан юғары баһаланды

Иң яҡшы мәктәптәр рәтендәИң яҡшы мәктәптәр рәтендә
Иң яҡшы мәктәптәр рәтендә

Һәр мәктәп үҙенсәлекле, уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ асыштары  һәм йолалары бар. Был йәһәттән Михайловка ауылының урта мәктәбе лә ситтә тороп ҡалмай. Заманалар, уҡыусылар үҙгәрә, ә бына татыу коллектив hәм уның ҙур эшсәнлеге үҙгәрешһеҙ ҡала. Берҙәм педагогик коллективты тәжрибәле директор Елена Владимировна Урьялова етәкләй. Йөҙ уҡыусыны  уҡытыу hәм тәрбиәләү өсөн үҙ һөнәрҙәренә  ғашиҡ ун өс педагог яуаплы. Һәр мәктәп өсөн, әлбиттә, уҡытыусылар, юғары класлы белгестәр ҙур ғорурлыҡ булып тора, улар араһында, тәү сиратта, бер нисә тиҫтә йыл дауамында үҙ hөнәрҙәренә тоғро ҡалғандар ҙа бар. Михайловка урта мәктәбе уҡытыусыларының күбеһе юғары категорияға эйә. Барлыҡ педагогтарҙың да юғары белеме бар. Күптәренең республика, Рәсәй дәрәжәһендәге бүләктәре бар. Уҡытыусылар яңы программалар ҡулланып, ижад итә, район, республика, бөтә Рәсәй конкурстарында ҡатнаша hәм балаларҙы ышаныслы үҙ артынан эйәртә. Башланғыс кластар уҡытыусыһы Марина Вениаминовна Андреева — Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, рус теле уҡытыусыһы Светлана Валентиновна Минеғолова — Башҡортостан Республикаһының Мәғариф отличнигы, Рәмил Әмирйән улы Минеғолов — Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы тәрбиә hәм мәғариф хеҙмәткәре. Күп кенә педагогтарҙың Рәсәй Федерацияһы мәғариф һәм фән министрлығынан грамоталары hәм Рәхмәт хаттары бар.

— Мәктәптәптә педагогик коллектив менән бергә барлығы 22 хеҙмәткәр эшләй. Барыбыҙ ҙа берҙәм эшләйбеҙ. Быйыл беҙҙең коллективҡа ике йәш белгес ҡушыласаҡ: башланғыс кластар һәм тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусылары. Коллективыбыҙ бик һәйбәт, татыу. Барыбыҙ бергә, берҙәм эшләйбеҙ. Бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ. Ата-әсәләр ҙә ярҙамға килә. Быйыл улар менән бергә мәктәптә ремонт яһаныҡ. Шулай уҡ Михайловка ауыл Советы ауыл хәкимиәте башлығы Сергей Никитин беҙгә бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә, бының өсөн уға бик рәхмәтлебеҙ, — ти Елена Владимировна.

Мәктәптә балаларҙы патриотик тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирeлә. Бында йәш армиясылар бар, уҡытыусылар класс сәғәттәре һәм төрлө саралар үткәрә, йыл һайын йырҙар конкурсы, шулай уҡ «Зарница» хәрби-спорт уйыны үтә, уны балалар бик ярата hәм hәр ваҡыт түҙемһеҙлек менән  көтөп ала. Мәктәп мауыҡтырғыс, бай тормош менән йәшәй, уҡыу процесына даими рәүештә яңылыҡ индерелә. Мәғариф системаһын үҫтереүгә республикала комплекслы ҡараш ҡулланыла: матдитехник йыһазландырыу яҡшыра, уҡытыусылар һәм уҡыусылар өсөн мотивация системаһы булдырыла,илдәге иң яҡшы уҡытыу тәжрибәләре индерелә. Мәҫәлән, 2022 йылда Михайловка мәктәбендә “Заманса мәктәп” милли проекты сиктәрендә  “Үҫеш нөктәһе” тәбиғи фәнни-технологик йүнәлешле үҙәк булдырылды.

  • Был проект арҡаһында мәктәптә уҡыусылар өсөн яңы, заманса ҡорамалдар бар. Кабинетта бөтә уҡыу процесы тәжрибәле педагог Светлана Ивановна Кузнецова етәкселегендә. Ул беҙҙә химиак та, биолог та, физик та, - тип белдерә мәктәп директоры.

Уҡыусының уңышы — ул уҡытыусының да уңышы. Михайловка урта мәктәбен тамамлаусылар, тотороҡло рәүештә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, имтихандарын уңышлы тапшыра. Мәктәп әүҙем, төрлө ваҡиғаларға бай тормош менән йәшәй. Уҡытыусылар ауыл hәм уның халҡы файҙаһына хеҙмәттәрен ҡыҙғанмай. Мәктәп йәшәгәндә — ауылдың да йәшәүе бер кемгә лә сер түгел бит инде.

—Михайловка урта дөйөм белем биреү мәктәбендә элек үҙем уҡыһам, хәҙер балаларым уҡый,. Мәктәп йылдарынан уҡ миндә аҡыллы уҡытыусылар, дуҫтарса мөхит, мауыҡтырғыс уҡыу йылдары тураһында күңелле хәтирәләр ҡалды. Әгәр бала дәрес ҡалдырған йәки аңламаған булһа, уҡытыусылар ҡайһы бер темаларҙы hәр уҡыусы менән айырым  тикшерә. Бик ярҙамсыл беҙҙең педагогик коллектив, ижади ҡарашлы төрлө сараларға яҡшы әҙерләнә. Беҙҙҙең мәктәбебеҙгә артабан да уңыштар, үҫеш теләйем, ә уҡытыусыларға — ныҡлы һаулыҡ һәм ошо ауыр  хеҙмәттәрендә сабырлык теләйем, — ти, ата-әсәләр исеменән Миhранова Маргарита Леонидовна.

 Наилә СӘБӘХОВА.

Фото Елена Урьялованың шәхси архивынан.

 

“Беҙ балаларҙың мәктәптә үткәргән йылдары улар өсөн иң яҡшыһы булһын өсөн хәстәрлек күрергә тейеш. Уның өсөн республиканың мәғариф системаһында йылдар буйына йыйылған иң яҡшы мәктәп йолаларын һаҡларға кәрәк”, - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2019 йылдың 16 авгусында үткән Мәғариф буйынса республика кәңәшмәһенең пленар ултырышында. 

 

Изольда Николаевна РОДИЧКИНА, Бишбүләк районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге башлығы:

– Район мәғариф бүлеге «Заманса мәктәп», «Һанлы белем биреү мөхите», «Рәсәй Федерацияһы граждандарына патриотик тәрбиә биреү», «Һәр баланың уңышы» hәм башҡа федераль, төбәк проекттарын тормошҡа ашыра. «Мәғариф» милли проектын ғәмәлгә ашырыу осоронда район мәктәптәренең белем биреү мөхите үҙгәрҙе. Белем сифатын күтәреү маҡсатында булдырылған инфраструктураны белем биреү процесында тулыһынса файҙаланырға кәрәк. Заманса ҡорамалдарҙы ҡулланыуҙың педагогик һөҙөмтәһе 100 процентҡа уҡытыусыларҙың профессионализмына бәйле. Бының өсөн. «Yҫеш нөктәләре» белем биреү үҙәктәре ресурстары һиҙелерлек ярҙам булырға тейеш.

Иң яҡшы мәктәптәр рәтендә
Иң яҡшы мәктәптәр рәтендә
Автор:
Читайте нас