Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
28 Август 2024, 05:41

Ата-бабалар рухын хәстәрләп...

Айыт ауылында тыуған Радик Рәиф улы Ғәйнуллин яҡташтарына зыяратты төҙөкләндерергә ярҙам итте

Ата-бабалар рухын хәстәрләп...Ата-бабалар рухын хәстәрләп...
Ата-бабалар рухын хәстәрләп...

Битараф булмаған шәхси эшҡыураҙар hәм республика Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән ойошторолған «Атайсал» проекты ярҙамында республика халҡының йөҙҙәрсә hәм меңдәрсә проблемалары хәл ителә. «Һәр кешенең кyңеленә айырыуса ҡәҙерле урындар бар, унда ул дoнъяға килгән, тәүге аҙымдарын яһаған, тормоштағы иң мөhим һүҙҙәрен әйткән. Был — кесе Ватан. Һәм уның менән бәйле йылы хистәр мәңгегә беҙҙең менән ҡала, күңелебеҙҙе йылытып тора, уны дөрөҫ юҫыҡҡа йүнәлтә», — тип билдәләп үтте Радий Хәбиров үҙенең бер сығышында.

Тап бына кесе ватанға бәйле йылы хистәр күп кенә яҡташтарыбыҙҙы изге эштәргә дәртләндерә. Мәҫәлән, ҡасандыр Айыт ауыл Советы ауыл биләмәһе составына кергән Саҡмағош ауылынан сыҡҡан кешеләрҙең ейәне, алыҫ Төньяҡта йәшәүсе шәхси эшҡыуар Радик Рәиф улы Ғәйнуллин ярҙамы менән Саҡмағош ауылының зыяраты тулыһынса үҙгәрҙе.
- Ҡоймаһына күптән ремонт кәрәк ине. Ауылдан сыҡҡан кешеләр ауыл биләмәһе хакимиәте менән бергәләп был проблеманы хәл итeргә тырышып ҡараны, әммә барыһы ла матди сығымдарға барып терәлде. Уҙған йыл Радик Рәиф улы зыяратты ҡойма менән әйләндереп алыу өсөн 308 мең һум аҡса бирҙе. Һәм эш урынынан ҡуҙғалды: ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Илмир Булатов менән Зөлфәт Динмөхәммәтов ҡойма, ҡапҡа, элмәле таҡта ҡуйҙылар.

Август башында Айыт ауылында ауыл Советы хеҙмәткәрҙәре hәм Саҡмағош ауылынан сыҡҡан кешеләр Радик Рәиф улы Ғәйнуллин менән осрашты. Күңеле менән кесе ватаны өсөн йән атҡан, төҙөкләндереү буйынса бик күп өмәләр ойоштороусы Рәзимә Зәйнулла ҡыҙы Ихсанова барлыҡ ҡатнашыусылар исеменән Радик Рәиф улына матди ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.
— Зыяратты таҙа hәм тәртиптә тотоу — иҫәндәрҙең туранан-тура бурысы, — тине Рәзимә Зәйнулла ҡыҙы. — Уртаҡ эштән ситтә ҡалмаған hәр кемгә ҙур рәхмәт. Хәҙер баҡыйлыҡҡа күсеү урыны тейешле тәртиптә.
Айыт ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Рәсил Фаат улы Ғимазетдинов меценатҡа ауыл биләмәһе хакимиәте исеменән Рәхмәт хаты hәм «Айыт - минең йөрәгемдә» китабын тапшырҙы. Осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙың барыһы ла бағыусылыҡ күрһәткән яҡташтарына рәхмәт һүҙҙәре, йылы hәм ихлас теләктәрен еткерҙе. Шундай изге эштәр, кесе ватанға ярҙам итеү аша тыуған ергә һөйөү сағыла.

Ирина ФОМИНА.
Гөлфиә ДӘҮЛӘТШИНА фотоһы.

Рәсил Фаат улы ҒИМАЗЕТДИНОВ, Айыт ауыл Советы ауыл
биләмәһе башлығы:

— Күп нәмә беҙҙең һәр беребеҙҙең йәмәғәт тормошонда ҡатнашыуына бәйле. Быны беҙҙең ауыл биләмәһендә йәшәүселәр hәм күптән инде тыуған ерҙәренән йыраҡта йәшәүселәр, әммә тыуған төйәктәре менән бәйләнештәрен өҙмәүселәр яҡшы аңлай. Бергәләп, берләшеп, беҙ йәмәғәт биләмәһен тәртипкә килтерәбеҙ, шишмәләрҙе төҙөкләндерәбеҙ, МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтәбеҙ. «Атайсал» проекты республикала 2021 йылда эшләй башланы. Уңышҡа ирешкән яҡташтарыбыҙ, кесе ватаныбыҙ яҙмышы менән ҡыҙыҡһынып hәм матди  ярҙам күрһәтеп, күп кенә мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итә. Бихисап файҙалы эштәр башҡарылды ла  инде.

 

Ата-бабалар рухын хәстәрләп...
Ата-бабалар рухын хәстәрләп...
Автор:
Читайте нас