Радий Хәбиров: «Беҙҙең колледждар эш биреүселәр талаптарына яраҡлашырға әҙер. Был иҡтисад өсөн дә, белем биреү өлкәһендә лә мөһим».
Республикала hөнәри белем биреү системаһын үҫтереүгә комплекслы ҡараш ҡулланыла: матди-техник йыһазландырыу яҡшыра, уҡытыусылар hәм студенттар өсөн мотивация системаһы формалаша, илдә иң яҡшы уҡытыу тәжрибәләре индерелә, сифатлы практика тәьмин ителә. Республика Башлығы колледждарҙа уҡыуҙың абруйлы булыуын билдәләп үтте. Уларҙы Башҡортостанда туғыҙынсы класты тамамлаусыларҙың 60 проценты һайлай. «Был йәштәр сифатлы белем hәм кәрәкле hөнәр алһын өсөн ыу өсөн шарттар будырыу – беҙҙең бурыс», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.
Мәғариф учреждениеларының предприятиелар менән үҙ-ара хеҙмәттәшлеге бизнестың ысын ихтыяждарына тура килә торған уҡыу-уҡытыу программаларын формалаштырырға мөмкинлек бирә. Быйыл Бәләбәй механизация hәм электрлаштырыу колледжының Бишбүләк ауылындағы филиалында «Дельта» тегеү предприятиеһы менән хеҙмәттәшлек сиктәрендә «Тегеү әйберҙәре әҙерләү буйынса мастер» hөнәрен алырға мөмкин. Кәрәкле белгеслек буйынса уҡыу йәштәргә тиҙерәк эш табырға ярҙам итә һәм сығарылыш студенттары араһында эшһеҙлек дәрәжәһен кәметә.
— 11-се класты тамамлағандан һуң, күп кенә тиҫтерҙәрем кеүек үк, мин дә үҙемдең буласаҡ һөнәремде һайлау тураһында күп уйландым. Был мәсьәләлә яҡындарым hәм ғаиләм менән кәңәшләштем. Колледжда яңы белгеслек — тегенсе hөнәренә уҡытыу асылыу тураһында мин белем алыу йүнәлештәрен эҙләү барышында белдем. Әлеге һөнәр мине күп сәбәптәр арҡаһында ҡыҙыҡһындырҙы. Тегенсе булып эшләүҙең күп өҫтөнлөктәре бар. Был — кәрәкле hөнәр, бигерәк тә әлеге мәлдә, Рәсәй баҙарында күп кенә танылған кейем брендтары юҡҡа сыҡҡас. Тегенсе үҙе һәм ғаиләһе өсөн дә кейем тегә һәм шулай уҡ өйҙә заказдар ҡабул итеп, үҙе өсөн эшләй ала, был тотороҡлолоҡто тәьмин итә. Күптән түгел Бишбүләктә тегеү цехы асылыуы тураһында белдереү күрҙем, шуға күрә был минең өсөн ҡулай вариант, тигән ҡарарға килдем. Һөҙөмтәлә ошоноң буйынса һөнәр алырға булдым, — тип һөйләне колледждың буласаҡ студенты Анастасия Петрова.
Зөфәр Ринат улы ӘФЛӘТУНОВ, Бәләбәй механизациялау hәм электрлаштырыу колледжының Бишбүләк филиалы директоры:
— 1 сентябрҙән беҙҙең Бишбүләк филиалы базаһында әлеге яңы белгеслек буйынса белем алыу мөмкинлеге буласаҡ. Хәҙер уҡыусылар йыябыҙ. Уҡып бөткәс, студенттар колледждың үҙендә үк «Дельта» предприятиеһының етештереү машиналарында тегeргә өйрәнә башлаясаҡ. Производство практикаһын шунда уҡ уҙасаҡ. Тегеү предприятиеһының яңы, ҙур цехы асыла, шуға күрә уҡыуҙарын тамамлағас, уҡыусыларыбыҙ эш урындары менән тәьмин ителeсәк.
Наилә СӘБӘХОВА.
Автор фотоһы.