Ҡул эштәре менән мауығыусыларҙың эштәрен төрлө күргәҙмәләрҙә күрергә мөмкин. Бәйләнгән, сәйләндән үреп яһалған матур һәм нәфис әйберҙәргә кем генә һоҡланмаҫ.
Апалы–һеңлеле Лияна һәм Элиза Иркәбаевалар бынан бер нисә йыл элек сәйләндән әйберҙәр үреү менән шөғөлләнә башлаған, һәм шунан бирле был эшкә ғашиҡ. Улар нимәләр генә яһамай, биҙәнеү әйберҙәре – алҡалар, йөҙөк-беләҙектәр, муйынсалар тиһеңме, барыһы ла бар. Бында й биҙәүестәрҙе ҡыҙҙар үҙҙәре лә яратып кейә, әхирәттәренә лә бүләк итә. Төрлө хайуандар һәм бөжәктәр рәүешендә яһалғандары нәҡ тере йән эйәләреләй, ҡарап торһаң,йөрөп китерҙәр кеүек. Әммә был бик ваҡ эш, сәғәттәр буйы ваҡ ҡына сәйлән бөртөктәренә текләп ултырыу, уларҙы тигеҙ итеп епкә теҙеү бик ҙур ихтыяр көсө, түҙемлек талап итә. Бынан тыш, апайлы-һеңлеле алмазлы мозаика менән шөғөлләнәләр, бигерәк тә, Элина оҫта итеп һүрәт төшөрә, ручка менән төрлө әйберҙәр яһарға ярата.
Әсәләре әйтеүенсә, кәрәкле материалдарҙы тәүҙә магазиндан һатып алһалар, хәҙер интернет аша заказ бирәләр. Ҡыҙҙар бейеү менән мауыға, мәктәптә уҙғарылған төрлө сараларҙа сығыш яһайҙар, ауылдағы мәҙәниәт йортонда эшләп килгән “Сулпылар” ансамблендә шөғөлләнәләр.
Йәйге каникул – балалар өсөн иң күңелле ваҡыт. Ҡыҙҙар йәйҙәрен еләк йыйырға йөрөгән, әсәләренә баҡсала ярҙам иткән. Фидан һәм Илүзә Иркәбаевалар ғаиләһендә бына шундай тырыш һәм һәләтле ҡыҙҙар үҫә. Элина һәм Лиана әсәһенең ҙур ярҙамсыһы. Йәйге каникулдары мәлендә өй йыйыштырырға булһынмы, аш-һыу әҙерләшергәме, сәскәләр үҫтерергәме — һәр эштә булышалар. Хәстәрлекле ата-әсә балаларын эшһөйәр итеп үҫтерә, рухи тәрбиә бирә.
- Күп белергә, бар нәмәне үҙләштерергә тырышалар. Өйҙә лә ҡыҙҙарыбыҙ һәр эште белеп, еренә еткереп эшләп ҡуя,— ти, ҡыҙҙарҙың әсәһе Илүзә.
Йәйге ялдарын иҫтә ҡалырлыҡ итеп уҙғанған ҡыҙҙар Дим урта мәктәбендә белем ала. Тиҙҙән улар парта артына ултырасаҡ, ҡыҙҙар алдағы уҡыу йылында ла һынатмаҫ, тип ышанабыҙ.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА,