Дим буйҙары
+28 °С
Облачно
Общие статьи
2 Сентября 2024, 07:01

Ҡаланың юбилейына бүләк: яҡташыбыҙ 13-сө тапҡыр әсәй булған

Өфөнөң Октябрь районында — ҡыуаныслы ваҡиға. Сипайлово биҫтәһенән Лилиә Фәттәхова 13-сө тапҡыр әсәй булыу бәхетенә ирешкән.

Ҡаланың юбилейына бүләк: яҡташыбыҙ 13-сө тапҡыр әсәй булғанҠаланың юбилейына бүләк: яҡташыбыҙ 13-сө тапҡыр әсәй булған
Ҡаланың юбилейына бүләк: яҡташыбыҙ 13-сө тапҡыр әсәй булған

«Баш ҡаланың 450 йыллығына йәнә бер сабый донъяға килде. Был шатлыҡлы хәбәр генә түгел, ә Ғаилә йылында өмөт һәм мөхәббәт символы. Әсәне һәм уның ғаиләһен ихлас ҡотлайбыҙ. Өфөнөң юбилейына ошондай шәп бүләк өсөн рәхмәт белдерәбеҙ», — тип яҙа Октябрь районы хакимиәте башлығы Сергей Плотников социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Кисә ҡала советы депутаты Ирина Сухарева һәм башҡа рәсми кешеләр Лилиә Фәттәхованы ишле ғаиләһе менән бергә 3-сө бала табыу йортонан ҡаршы алырға килде.

https://www.bashinform.ru

Ҡаланың юбилейына бүләк: яҡташыбыҙ 13-сө тапҡыр әсәй булған
Ҡаланың юбилейына бүләк: яҡташыбыҙ 13-сө тапҡыр әсәй булған
Автор:
Читайте нас