Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
3 Сентябрь 2024, 09:42

Тәмле лә, файҙалы ла

“Һөт кухняһы” продукцияһы Бишбүләк районында йәшәүселәрҙең күңеленә хуш килә

Тәмле лә, файҙалы лаТәмле лә, файҙалы ла
Тәмле лә, файҙалы ла

2023 йылдан Башҡортостан Республикаһы йөклө ҡатын-ҡыҙҙарҙы, ташламалы  категориялағы халыҡҡа ҡараған әсәләрҙе һәм өс йәшкә тиклемге балаларҙы имеҙеүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙы, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләрен бушлай махсус туҡланыу менән тәьмин итә. Биш йыл эсендә “Һөт кухняһы”нда 100 000 кеше ярҙам алды.

Йылбулаҡ-Матвеевканан Елена Никитина өс бала әсәһе. Ул “Һөт кухняһы” продукцияһы үҙенең балаларына бик оҡшай, ти.

- Ярҙамды 2022 йылдан һөт продукттары рәүешендә алабыҙ. Балалар һөт тә, эремсек тә, йогурт та ярата. Балалар ғына түгел, үҙебеҙ ҙә һәр саҡ етештерелгән продукцияны бик яраттыҡ. Минеңсә, был дәүләттән яҡшы ярҙам, өҫтәүенә тәмле һәм файҙалы, - тип билдәләп үтә йәш әсә.

Уның менән һөт продукцияһын алыусы башҡа кешеләр ҙә килешә.

- Өлкәндәр ҙә, кескәйҙәр ҙә һөт ризыҡтарын бик яратты. Һөт, йоғырт, эремсек баланың яҡшы үҫеше өсөн барлыҡ витаминдар менән байытылған, - ти улар.

Бөгөн республикала йәшәүсе 23 687 кеше, шул иҫәптән 382 йөклө ҡатын-ҡыҙ,  452 имеҙеүсе әсә, 21 999 өс йәшкә тиклемге бала, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың  815 ғаилә ағзаһы. 2023 йылда туҡланыу алған граждандарҙың дөйөм һаны 32 462 кеше тәшкил иткән.

– Беҙҙең ише проект ошондай форматта һәм ошондай етештереү күләме менән – илдә бер нисәү генә. Шуның өсөн “Һөт кухняһы” командаһына рәхмәт, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Хәҙер үҫеш йүнәлештәре өҫтөндә уйларға кәрәк. Уларҙың икәү булыуы мөмкин. Тәүге осраҡта тауарҙар ассортиментын киңәйтеү, яңы файҙалы һәм тәмле продукттар булдырыу хаҡында һүҙ бара. Икенсе вариант етештереү күләмен арттырыуҙы һәм яңы баҙарға сығыуҙы күҙ уңында тота. Республикала һөт күп, уны эшкәртергә кәрәк.

Лидия Федоровна Сәлмәнова, Бишбүләк районы ғаилә хеҙмәте белгесе:

- Һәр шаршамбы көндә Октябрьский ҡалаһынан Бишбүләк ауылына “Һөт кухняһы”автолавкаһы килә. Бөгөнгө көндә районда 55 ғаилә һөт продукцияһын ташламалы категория буйынса ала. Урындағы етештереүсенән һөт, эремсек, ҡаймаҡ һәм кефирҙы шулай уҡ “Һөт кухняһы” фирма таратыу пункттарында һәм “Байрам” сауҙа селтәре магазиндарында ла һатып алырға мөмкин.

Наилә СӘБӘХОВА,

Автор фотоһы.

 

Тәмле лә, файҙалы ла
Тәмле лә, файҙалы ла
Автор:
Читайте нас