+30 °С
Болотло
Һайлаусылар исемлегендә быйыл тәүге тапҡыр конституцион бурысын үтәп, тауыш биреүсе йәш райондаштарыбыҙ ҙа бар. Һайлауҙың икенсе көнөндә Аҙнай мәҙәниәт йортондағы 1375-cе һайлау участогына Илина Миниярова килде. Бәләбәй перагогия училищеһында уҡыусы ҡыҙға күптән түгел 18 йәш тулған.
Йәш быуындың үҙ киләсәгенә яуаплы ҡарауы, һайлауҙарҙа ҡатнашыуҙы үҙенең гражданлыҡ бурысы тип һанауы, әлбиттә, һөйөнөслө хәл. Күркәм йола буйынса, комиссия ағзалары иң йәш һайлаусыға сәскәләр һәм иҫтәлеккә бүләк тапшырҙы.