Дим буйҙары
+24 °С
Ямғыр
Общие статьи
2 Октябрь 2024, 03:34

Нисә көн ял итәбеҙ?

Республикала октябрь һәм ноябрь айҙарындағы байрам көндәре билдәле булды

Октябрҙә Башҡортостан халҡы Республика көнөн билдәләй. Быйыл байрам йомаға тура килә. Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында 11 октябрҙән 13-нә тиклем ял итәбеҙ. Кесаҙна, 10 октябрҙә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.

Ноябрҙә Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан 3-4 ноябрь ял көндәре булып тора. Шәмбе, 2 ноябрҙә, эшләйбеҙ, сөнки ял көнө 30 апрелгә күсерелде. Шуға Башҡортостан халҡы май байрамдарында 28 апрелдән 1 майға тиклем ял итә алды.

Хәбәр иткәнебеҙсә, 2025 йылда Рәсәйҙә ял һәм байрам көндәре билдәле булды.

https://www.bashinform.ru

Нисә көн ял итәбеҙ?
Нисә көн ял итәбеҙ?
Автор:
Читайте нас