2024 йылда Рәсәйҙә игендең тулайым йыйымы 100 млн. тоннаға яҡын тәшкил итә. Бөтә н ил буйлап урып-йыйыу эштәре тулы ҡеүәтенә бара. Башҡортостан аграрийҙары ла был көҙгө аяҙ көндәрҙең һәр минутын файҙаланырға тырыша. Хәҙерге ваҡытта ауыл хеҙмәтсәндәре 88 процент майҙанда иген культураларын йыйып алған. Дөйөм һуҡтырылған иген күләме 2,9 млн. тонна тәшкил итә. Ошо һандарҙа Бишбүләк агросәнәғәт комплексының да өлөшө бар. Улар 95 процент ашлыҡ йыйып алған, уның дөйөм майҙаны — 44432 гектар, hәм әлегe 75 594 тонна һуҡтырылған. Уңыш һәр гектарҙан 18,6 центнер тәшкил итә.
Районда урып-йыйыу эштәрен райондың 18 ауыл хужалығы предприятиеһы тамамлаған да инде. Улар араһында «Родник» агрофирмаһы йәмғиәте хужалығв ла бар, ул иң юғары уңыш ала — бер гектарҙан 25,7 центнер. 26 сентябрҙә беҙ район ауыл хужалығы идараһының баш агрономы Линар Динар улы Сәмиғуллин менән был хужалыҡта булып, эш барышы менән таныштыҡ, башта ындыр табағына күҙ һалдыҡ, артабан комбайндар һабан боҙайын йыйып алған баҫыуҙарҙы әйләнеп сыҡтыҡ.
Утыҙ йылдан артыҡ район ауыл хужалығында төрлө вазифаларҙа эшләгән кешегә был хаҡта һөйләү бик күңелле: тәүҙә ярҙамсы булараҡ ике улым Святослав менән Дмитрий минең менән бергә эшләй башланы. Эштәр, әлбиттә, әкренләп алға китте, - ти Рәсәйҙең атҡаҙанған фермеры Сергей Квинтильянович Михайлов. - Үҫеш динамикаһы күҙгә күренеп күтәрелде. "Новосибирсксельмаш" заводынан 8 млн һумға иген таҙартыу машинаһы һатып алдыҡ. Монтаж эштәрен башҡарҙыҡ һәм 24 спентябрҙә башлап ебәрҙек. Бер сәғәткә 40 тонна үткәреү мөмкинлеге бар. Аҡыллы агрегат фракциялар буйынса таҙарта һәм сорттарға айыра, беренсе һәм икенсе категориялы орлоҡтар әҙерләй. Бында корпусты ҡыҙыл-аҡ профнастил менән тышлайһы ҡалды. Көндәлек эште Ярослав Сергеевич Михайлов етәкселегендәге иген таҙартыу машинаһының тәжрибәле оҫтаһы Александр Павлович Старков башҡара. Уның уң ҡулы - оператор Алексей Николаевич Михайлов.
Бер кемгә лә сер түел, бөгөн дөрөҫөн генә әйткәндә, «Родник» агрофирмаһы йәмғиәте һәс Сергей Михайлов крәҫтиән (фермер) хужалығы ике төрлө исемле хужалыҡтарыn асылда уртаҡ матди-техник потенциалы, етәкселеге, эшсе персоналы hәм механизаторҙары, ындыр табағы hәм складтары, тракторлы машина-трактор парктары бар. Тотороҡло рәүештә үҫә торған хужалыҡтың автомобилдәр, комбайндар hәм төрлө тағылма ауыл хужалығы ҡоролмаһы һәм механизмдары булған үҫемселек хужалығы Бишбүләк ауылының Төньяҡ микрорайонында урынлашҡан Михайлов база объекын бөхтә булыуын билдәләп үтеү күңелле. Хужалыҡтың күп биналарының түбәләре ҡыҙыл профнастил менән ҡапланған, стеналары аҡ төҫтә, периметр буйлап ғәләмәт ҙур йәшел профнастилдан тимер ҡойма ҡуйылған. Был хәҙер инде Михайловтарҙың үҙенсәлекле визит карточкаһы.
— Беҙҙең йыраҡ баҫыуҙар элекке Канарейка ауылы тирәһендә урынлашҡан, — тип уртаклаша КФХ етәксеһе Сергей Квинтильянович. — Унда дүрт иген йыйыу комбайны эшләй: «NOVA» ашлыҡ йыйыу комбайнында — Илшат Касимов, «Вектор» комбайнында — йәш Владислав Никитин, «ПАЛЕССЕ»ла — өлкән йәштәге Александр Никитин, «НЬЮ ХОЛЛАНД»та — Рәлиф Ғабдрахманов. Машина йөрөтөүселәр Геннадий Макеев, Геннадий Гаврилов, Виталий Гаврилов hәм Михаил Гаврилов дүрт КамАЗ менән игенде ындыр табағына ташый. Урып-йыйыу эштәренә минең урынбаҫарым, хужалыҡтың тәgрибәле инженеры Иҡсан Иҙрис улы Вәлиев етәкселек итә.
90 гектар майҙандағы баҫыуҙа эш ҡайнай. Ҡалҡыулыҡтан уңыш өсөн ысын көрәш барғаны күренеп тора. Урып-йыйыуҙа эшләүсе алты комбайн йыраҡтан уйынсыҡ һымаҡ күренә, алтын төҫөтнә ингән, өлгөргән бойҙай баҫыуы күҙ алдында бәләкәйләнә бара. Комбайндар бер-бер артлы туҡтауһыҙ йөрөй. Улар артында туҙан менән бергә ваҡланған һалам ғына ҡала. Яҡшы булған бойҙай комбайндарҙың бункерҙарына бик тиҙ тултырыла, hәм КамАЗдар тиҙ арала килеп, төйәп базаға алып китә
Владимир СМОЛОВ,
Автор фотоһы.