Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
4 Октябрь 2024, 07:21

Максим Забелин Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указы менән Максим Забелин Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде.

Максим Забелин Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләндеМаксим Забелин Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде
Максим Забелин Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Максим Забелин 1979 йылдың 17 июлендә Курск өлкәһе Суджа районының Гончаровка ауылында тыуған. С. Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһын (Санкт-Петербург), Рәсәй Оборона министрлығының Табиптарҙы камиллаштырыу дәүләт институтының клиник ординатураһын, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһын тамамлаған. Медицина фәндәре докторы.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2003 йылда Рәсәй Оборона министрлығының Курск ҡалаһындағы авиабазаһының медицина хеҙмәте начальнигы булып башлай.

2008-2009 йылдарҙа – Рәсәй Оборона министрлығының гарнизон госпиталендә хирургия бүлеге начальнигы (Мәскәү өлкәһенең Наро-Фоминск ҡалаһы).

2010-2012 йылдарҙа – 67-се ҡала клиник дауаханаһы хирургы (Мәскәү).

2012-2013 йылдарҙа – 50-се ҡала клиник дауаханаһының хиругия бүлеге мөдире (Мәскәү).

2013-2015 йылдарҙа – Мәскәү өлкә онкология диспансерының баш табибы урынбаҫары.

2015-2017 йылдарҙа – Рәсәй Федерацияһының дәүләт ғилми үҙәге – А.И.Бурназян исемендәге Федераль медицина биофизика үҙәгенең генераль директоры урынбаҫары – баш табибы.

2017-2018 йылдарҙа – Федераль медицина-биология агентлығы етәксеһе урынбаҫары.

2018 йылда – Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының «Милли медицина радиология тикшеренеү үҙәге» учреждениеһы генераль директорының филиалдар менән эшләү буйынса урынбаҫары.

2018-2021 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы, һаулыҡ һаҡлау министры.

2021-2022 йылдарҙа – Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – һаулыҡ һаҡлау министры.

2022-2024 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһе.

Пирогов, генерал Шайморатов ордендары менән бүләкләнгән.

https://www.bashinform.ru

Максим Забелин Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде
Максим Забелин Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде
Автор:
Читайте нас