Шаҡша ҡасабаһы янындағы Өфө йылғаһы аша һалынған автомобиль күперен капиталь ремонтлау подрядсыһы Павловка һыу һаҡлағысы акваторияһына 7938 дана уҡбалыҡ селбәрәһе сығарған. Шулай итеп ул “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты ярҙамында яңыртылған күперҙә төҙөлөш-монтаж эштәрен башҡарғанда һыу биоресурстарының һәм йәшәү мөхитенең торошона кире йоғонтоһон ҡапланы.
– Павловка һыуһаҡлағысында уҡбалыҡ ҡиммәтерәк һәм һирәк осрай торған төр булғанға күрә, тап ошо балыҡ төрөн сығарыу ярҙамында тергеҙеү саралары үткәреүҙе өҫтөнлөклө тип иҫәпләйбеҙ. Уларҙың ауырлығы өс грамдан ашыу, улар тәбиғи мөхиттә үҙ аллы йәшәргә әҙер, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Өфө Хакимиәтенең Төҙөлөш, юлдарҙы һәм яһалма ҡоролмаларҙы ремонтлау идаралығы начальнигы урынбаҫары Евгений Кулешов.
Компенсация сығымдарының күләме Рәсәй балыҡсылығы ведомствоһындағы ойошмалар менән килешелгән проект ҡарарына ярашлы билдәләнгән. Балыҡсылыҡ продукцияһын акваторияға сығарыуҙы Балыҡсылыҡ буйынса федераль агентлыҡтың Волга-Кама территориаль идаралығы контролдә тотто.
Билдәләп үтергә кәрәк, бөгөнгө көнгә Өфөлә Шаҡша күперен капиталь ремонтлау раҫланған эш графигына ярашлы дауам итә. Йыйылған ҡоролманың ике өлөшөн иретеп йәбештереү объектты капиталь ремонтлауҙың һуңғы этабы буласаҡ. Динамик тирбәлеүҙәрҙе булдырмау һәм иретеп йәбештереү эштәрен тамамлау маҡсатында 2024 йылдың 20 октябренән 21 ноябренә тиклем күперҙә ике йүнәлештә автотранспорт хәрәкәте тулыһынса ябыла. Заказсы вәкилдәре аңлатыуынса, был ваҡытта күпер төҙөүселәр гидроизоляция үткәрәсәк, барьер кәртәһе, тышҡы яҡтыртыу бағаналары ҡуясаҡ, ямғыр канализацияһы һәм элемтә селтәрҙәре, күпергә илткән юлдарҙа асфальт япмаһы һалынасаҡ.
“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект "Безопасные качественные дороги") “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” ил Президенты Владимир Путиндың Указы положениеларын үтәү маҡсатында Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнгән. Милли проекттың масштабы бөтә илде солғап ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты ҡатнаша.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.