Бер аҙна элек район спорт комплексының яҡты hәм иркен залында ауыл биләмәләренең ветерандары үҙҙәренең йыл һайын үткәрелә торған спорт фестивален уҙғарғайны. Һәм бына хәҙер 8 октябрҙә уларҙың эстафетаһын Бәләбәй механизация hәм электрлаштырыу колледжы филиалының уҡыусылары лайыҡлы рәүештә дауам итeргә, был мәғариф учреждениеһы тарихында әлегe беренсе hәм дөйөм Спартакиада ойошторорға hәм инде барыһына ла тән матурлығын hәм көсөн, туп ырғытыу оҫталығын, етеҙлеген һәм тиҙ йүгерә белеүҙәрен күрһәтергә булдылар. Бында был көндә колледж филиалының барлыҡ төркөмдәре үҙ-ара ярышты hәм бер үк ваҡытта егеттәр ҙә, ҡыҙҙар ҙа ГТО спорт комплексы нормативтарын зачетка тапшырҙы. Спорт ярыштарында ҡатнашыусыларҙың дөйөм һаны барлыҡ ҡатнашыусылар, көйәрмәндәр, колледж филиалы уҡытыусылары һәм производствола белем биреү мастерҙары менән бергә йөҙ егерменән ашыу кешегә етте.
Спартакиада РФ hәм БР Дәүләт гимндарының тантаналы тауыштары аҫтында асылды. Сәләмләү һүҙе менән район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт секторы мөдире Сергей Таймасов сығыш яһаны. Сергей Игоревич билдәләп үтеүенсә, бындай спорт саралары элек тә табиғәттә турслеттар үткәреү ваҡытында булған. Әммә быйыл әлеге ярыштарға рәсми рәүештә Спартакиада статусы бирергә булғандар. Һәм ул хәҙер йыл һайын үткәреләсәк. Ярыштарҙың баш судьяһы булараҡ, ул ярыштарҙың төрҙәре программаһын иғлан итте — был урындан оҙонлоҡҡа һикереү, кәүҙәне максималь рәүештә алға ауыштырыу, кәүҙәне арҡала ятҡан килеш күтәреү, баскетбол тубын кәрзингә ырғытыу hәм йөҙөү. Судьялар бригадаһында «Вектор» йәштәр үҙәге һәм «Елкән» физкультура-һауыҡтырыу комплексы хеҙмәткәрҙәре булды.
Улар барлыҡ ҡатнашыусыларҙы биш командаға бyлде. Ярыштар старт алды. ФОК-тың ҙур hәм яҡты спорт залында, матур бассейнда ике сәғәткә спорт дәрте, йәш
ҡатнашыусыларҙың көсө һәм етеҙлеге хөкөм итте. Яҡшы ойошторолған ярыштар яҡшы кәйефтә уҙҙы. Спартакиадала ҡатнашыусыларҙы «Вектор» йәштәр үҙәге «Мир вкуса» кафеһынан бушлай ҡайнар төшкө аш менән һыйланылар. ҺЙомғаҡ яһағанда иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтеүселәрҙе һәм призер командаларҙы иғлан иттеләр. Беренсе урынды «Электр монтерлары» командаһы алды, икенсе урында — «техник-ашнаҡсылар» hәм өсөнсө урында — «Механиктар». Уларҙың барыһына ла дипломдар тапшырылды.
Владимир СМОЛОВ.
Автор фотоһы.
Сергей Таймасов, район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте секторы мөдире:
— Ҙур коллективтар араһында бындай спартакиадалар беҙҙә яңылыҡ түгел. Хәтта райондың дөйөм белем биреү учреждениеларын ғына ла алайыҡ. Йыл һайын төрлө ярыштар буйынса мәктәп уҡыусыларының спартакиадалары уҙғарыла. Улар хатта ундан ашыу төрҙә. Мәғариф hәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының район комитеты ла йыл һайын үҙ хеҙмәткәрҙәре араһында бик әүҙем Спартиакиада үткәрә. Медицина хеҙмәткәрҙәренең дә Спартакиадаы бар. Һәм улхатта Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бишбүләк районы буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәрендә лә бар. Һәм әгәр совет осорон иҫкә төшөрһәк, беҙҙең ауыл хужалығы предприятиелары хеҙмәткәрҙәре араһында Спартакиада була ине. Өлкән быуын әле лә моғайын, «Урожай» ирекле спорт йәмғиәттәрен хәтерләй торғанлыр. Халыҡ әйтмешләй, бар яңы нәмә — күптән онотолған иҫке әйбер ул. Беҙгә ошо онотолған традицияларҙы ҡабат ҡайтарырға кәрәк.
Бының өсөн потенциал бар.
"Дөйөм алғанда, мин ысындан да спортты яратыусы кеше булараҡ, уны беҙҙең тормошобоҙҙо яҡшы яҡҡа, йәштәрҙе ысын юлға өйрәтергә, нисек йәшәргә кәрәклеген мөмкин булған бик аҙ күренештәрҙең береһе, тип һанайым. Спорт иһә тәнде генә түгел, характерҙы ла тәрбиәләй, кешенең асылын билдәләй. Шуға күрә беҙ спортҡа ҙур иғтибар бирәсәкбеҙ".