Көҙгө сыуаҡ көндә үҙенең күркәм ғүмер байрамын билдәләүсе Гөлбаян Даминдар ҡыҙы Бикҡол ауылында тыуып-үҫкән. Һәр һуғыш осоро балаһыныҡы кеүек, уның да яҙмышы еңелдән булмай. Атаһы Даминдар яу яланынан әйләнеп ҡайтмай. Ҙур сыҙамлылыҡ, ныҡышмалылыҡ менән тормош һынауҙарын үткәргән ул. Үҙенең хеҙмәт юлын тыуған ауылында башланғыс класс уҡытыусыһы булып башлай. Ул оҙаҡ йылдар уҡыта, артабан хаҡлы ялға сыҡҡансы, ун йылға яҡын Йылбулаҡтамаҡ ауылының «Күбәләк» балалар баҡсаһы мөдире була.
1962 йылда Йылбулаҡтамаҡ ауылы егете менән яҙмышын бәйләй, өс балаға ғүмер бүләк итәләр. Хеҙмәт ветерандары Ким Ғимай улы Хафизов hәм Гөлбаян Даминдар ҡыҙы Солтановтар 60 йыл бергә йәшәй һәм әүҙем тормош алып бара.
Хәстәрлекле әсәй, һөйкөмлө өләсәй, эшһөйәр, үҙ һүҙенә һәм эшенә тоғро булған Гөлбаян Даминдар ҡыҙы һоҡланғыс ғүмер юлы үткән. Юбилярҙы яҡындары ғына түгел, ауыл Советы хәкимиәте хеҙмәткәрҙәре лә ҡотлаған. 85-йәшлек юбилейы айҡанлы уға изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ: ауырымай-һыҙланмай, көр кәйефтә оҙон-оҙаҡ йәшәүен теләйбеҙ,
По материалам https://vk.com/public204067658?w=wall-204067658_1607