Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
18 Октябрь 2024, 02:48

Мал аҙығын етерлек әҙерләгәндәр

Уҫаҡ-Кисеү ауылынан Рим һәм Эльвира Ямалетдиновтарҙың крәҫтиән-фермер хужалығында малдарҙы ҡышлатыу осорона ныҡлы әҙерләнгәндәр

Мал аҙығын етерлек әҙерләгәндәрМал аҙығын етерлек әҙерләгәндәр
Мал аҙығын етерлек әҙерләгәндәр

—Малсылыҡ — беҙҙең ауыл хужалығының традицион рәүештә көслө тармағы, ул төбeктең барлыҡ ауыл хужалығы ропродукцияһының яртыһынан күберәген бирә. Башҡортостан тулайым малсылыҡ  продукцияһы күләме буйынса Рәсәй төбәктәренең беренсе бишлегенә инә. Беҙҙең хужалыҡтарҙа 850 мең баш һыйыр малы бар, шул иҫәптән һыйырҙар — 360 мең баштан артыҡ. Дөйөм һауым һәм һыйырҙар һаны буйынса беҙ илдә икенсе урында, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Йәрмәкәй районында һөт малсылығын үҫтереү буйынса күсмә кәңәшмәлә.

Районда ит-һөт йүнәлешендәге һыйыр малдарын үҫтереү буйынса уңышлы крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарының береһе булып ирле-ҡатынлы Эльвира Рауил ҡыҙы hәм Рим Тәүхетдин улы Ямалтдиновтарҙың ике крәҫтиән-фермер хужалығында малдарҙы ҡышлатыу осорона шартлыса бер баш һыйыр малына 70-әр центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләнгән хужалығы тора, уларҙа, иҫәп алыу мәғлүмәттәренә ҡарағанда, шартлы рәүештә 493 hәм 370 баш һыйыр малы аҫрала. Аҙбарҙарҙа малдарҙы яҡшы тотоу өсөн, әлбиттә, яҡшы сифатлы аҙыҡ кәрәк. Быйыл мал аҙығы әҙерләгәндә һауа торошо шарттары насар булыуға ҡарамаҫтан, Ямалетдиновтар ҡуйылған бурыстарын яҡшы үтәгән. Улар 5500 тонна сенаж hәм 560 тонна бесән әҙерләгән.

— Һөт-тауар фермаһында беҙҙең сенаж һалыу өсөн бер типовой соҡор бар, ләкин ул сағыштырмаса ҙур түгел hәм тиҙ тула, — тип һөйләй Эльвира Рауил ҡыҙы.— Шуға күрә беҙ сенажды баҫыу шарттарында һалабыҙ. Был ҡотолғоһоҙ тиерлек хәлдән сығыу юлы: сенаж массаһы күп, ә уны ҡуйырға урын юҡ. Беҙ быйыл шундай сенажды һимертеү комплексы янында hәм фермалағы сенаж соҡоро янында һалдыҡ. Өсөнсө сенаж урыны Бишбүләк-Өфө юлы эргәһендә урынлашҡан. Бында беҙҙә 150 гектар майҙанда сенаж әҙерләү өсөн махсус иҫәпләнгән, һыуҙан hәм көнбағыш сәселгeн баҫыу бар. Бында Т-150 тракторында Евгений Георгиевич Кириллов бик тырышып эшләне. Йәшел массаны күрше баҫыуҙан «Полесье» комбайнында комбайнсы Александр Николаевич Данилов йыйған, ә уны КамАЗ автомобилендә Альберт Фәрзәт улы Садиҡов hәм арбалы МТЗ-82.1 тракторында Миневәли Минияр улы Исмәғилев ташыған. Алға ҡуйылған бурысты улар яҡшы үтәгән.  

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотолары.

Шайнур Хәбрахман улы Лоҡманов, район ауыл хужалығы идараһының баш зоотехнигы:

— Траншеяға һалмайынса ғына бындай сенаж һаллу практикада күптән бар инде. Бындай сараһыҙлыҡ, әлбиттe, сенаж массаһының күп юғалтыуы hәм уның туҡлыҡлы сифаттары кәмеүе менән янай. Әммә хужалыҡтар уны ҡулланырға мәжбүр. Мәҫәлән, беҙҙең районда динамикалы hәм тотороҡло үҫә торған Боголюбовка ауылындағы Николай Коваленко крәҫтиән-фермер хужалығын алайыҡ. Бында малсылыҡ комплексында мең баштан артыҡ мал бар. Шуныһын да билдәләп үткем килә, улар барыһы ла йыл әйләнәһе аҙбарҙа тора. Бында ла комплекста капиталь төҙөлгән ике ҙур типовой силос соҡоро бар. Әммә йыйыл көслө ямғырҙар һәм үлән күп булыу арҡаһында улар сырмаланып бөткәйне. Шуға күрә бында ла сенажды тигеҙ ергә ҡуйырға тура килде. Аҙаҡ сиктә барлыҡ хужалыҡтарҙың механизаторҙарын hәм малсыларын билдәләп үткем килә: улар малдарҙы ҡышҡы аҙбарҙарҙа аҫрау өсөн етeрлек күләмдә аҙыҡ әҙерләй алды. Шулай итеп, Ямалтдиновтар hәр мал башына 70-шәр центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләне. Был бер генә түгел, ике ҡышлаыуға етeргә тейеш.

Мал аҙығын етерлек әҙерләгәндәр
Мал аҙығын етерлек әҙерләгәндәр
Автор:
Читайте нас