«Беҙҙе физик культура hәм спорт мәсьәләләре буйынса юғары дәрәжәлә фекер алышыуыбыҙ мөhим. Быны меңләгән тренерҙар, йөҙҙәрсә мең беҙҙең балаларыбыҙ күрә. Беҙ йәмғиәтебеҙгә физик культура hәм спорттың республика дәүләт сәйәсәтенең мөһим йүнәлеше булыуы тураһында бик яҡшы сигнал бирәбеҙ», — тип билдәләп үтте Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Башҡортостан Республикаһында балалар-үҫмерҙәр спортын үҫтереү йәштәр араһында сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыуҙа hәм физик активлыҡты үҫтереүҙә ҙур әһәмиәткә эйә.
12 октябрҙә Бишбүләк ауылының «Батыр» атлет-клубы базаһында Башҡортостан Республикаһы чемпионатына hәм беренселегенә әҙерлек сиктәрендә ҡул көрәше буйынса ярыштар уҙҙы. Ярыштар егеттәр (2010-2011 йылғы), үҫмерҙәр (2007-2009 йылғы), өлкән егеттәр (2004-2006 йылғы) араһында уҙҙы. Спортсылар үҙҙәренең бар көстәрен hәм еңеүгә ынтылыштарын күрһәтергә тырышты. Көрәш барышында миҙалдар һәм грамоталар менән бүләкләнгән еңеүселәр һәм призерҙар билдәләнде.
— Ярыштар беренселеккә hәм армспорт буйынса БР чемпионатына һайлап алыу ярыштары булды. Беренсе hәм икенсе урындарҙы алған 24 спортсы районыбыҙ данын яҡларға барасаҡ. Стас Никитин, Артем Иванов, Виталий Семенов, Влад Емельянов, Арсений Петров, Васил Камаев, Руслан Николаев, Руслан Исмәғилв, Виталий Сәфиуллин, Вилдан Фәйзуллин, Азамат Әхмәтшин, Максим Егоров, Стефан Данилов, Влад Степанов, Евгений Макаров, Лиана Ғәзизйәнова, Арина Ниғмәтйәнова, Екатерина Меркулова үҙҙәренең үләсү берәмегендә чемпион булдылар, — тип белдерә ҡул көрәше буйынса тренер-уҡытыусы Татьяна Михайловна Онанова.
26 октябрҙә балалар Башҡортостан Республикаһы беренселегендә район данын яҡларға тейеш буласаҡ. Шулай уҡ улар Иҙел буйы федераль округы беренселегенә һайлап алыу ярыштарында ҡатнашасаҡ. Спортсыларға hәм тренерҙарға уңыштар теләйбеҙ. Наилә СӘБӘХОВА.
Фото «Парус» спорт мeктәбенең ВК битенән.
Сергей Игоревич ТАЙМАСОВ, Бишбүләк районы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте hәм спорт секторы мөдире:
— Ҡул көрәше беҙҙең районда иң популяр hәм яратҡан спорт төрҙәренең береһе, беҙҙең спортсыларыбыҙ республикала ла яҡшы иҫәптә. Улар hәр ваҡыт призлы урындар ала. Беҙҙең егет-ҡыҙҙарыбыҙ республикала ла, Рәсәй ярыштарында ла уңыштарға иреште. Районыбыҙ армрестлингсыларының йыл һайын уҙғарыла торған республика команда еңеүҙәрендә «Елкән» спорт мәктәбендә тәрбиәлeнеүселәрҙең һәм тренер-уҡытыусыларҙың спорттағы ҡаҙанышы бар.