Дим буйҙары
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Октябрь , 11:29

Маҡсат — балаларҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү

Каменка ауылы халҡы «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашыу тураһында ҡарар ҡабул итте

Маҡсат — балаларҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү
Маҡсат — балаларҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү

2022 йылда Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» проектын башлап ебәрҙеләр, уның төп бурысы — ауылда айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалау ғына түгел, ә кешеләрҙе изге һәм файҙалы эштәргә йәлеп итеү.

Республикала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән старт алған «Айыҡ ауыл» конкурсы айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалауға, алкоголизмды иҫкәртеү буйынса эш алып барған  тораҡ пункттарҙы асыҡлау һәм дәртләндереүгә йүнәлтелгән.

Каменка ауылында йәшәүселәрҙең яҡшы стимулы бар — 2024 йылдан «Айыҡ ауыл» конкурсының приз фондын арттырҙылар. Быға ҡәҙәр баһалама ағзалары 54 тораҡ пункт араһынан дүрт номинация буйынса 12 еңеүсене билдәләне. Улар, категорияларына һәм яулаған урындарына ҡарап, 1,5 миллиондан 6 миллион һумға ҡәҙәр аҡсалата бүләккә дәғүә итә алды. Хәҙер конкурста ғатнашыусыларҙың барыһын да аҡсалата бүләкләйәсәктәр — hәр тораҡ пунктҡа 200-әр мең һум түләнәсәк.

Конкурс сиктәрендә ауыл биләмәһе территорияһында социаль әһәмиәтле саралар, сәләмәтлекте һаҡлауға, алкоголизмды профилактикалауға hәм сәләмәт йәшәү рәүешен алып барыуға йүнәлтелгән белем биреү лекциялары үткәрелә. Балалар hәм өлкәндәр спорт ярыштарында, мәҙәни-дөйөм сараларҙа, шулай уҡ ауылды төҙөкләндереү hәм йәшеллeндереү буйынса өмәләрҙә, эскелеккә ҡаршы төрлө акцияларҙа теләп ҡатнаша.
Каменкала татыу, хеҙмәт һөйөүсән халыҡ йәшәй. Ауылда йәшәүселәр үҙҙәренең шәхси ярҙамсы участоктарында эшләй, уңыш үҫтерә, ҡошсолоҡ менән шөғөлләнә, күптәр ҡура тултырып һыйыр малы аҫрай. Улар өөсн һаулыҡты һаҡлау һәм, әлбиттe инде, балаларҙа сәләмәт йәшәү рәүешен тәрбиләү мөһим. Ауыл халҡы конкурста
ҡатнашыу күптәргә сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуҙың өҫтөнлөктәрен күрһәтер, тип һанай.
Наилә СӘБӘХОВА.
Фото «Каменка — айыҡ ауыл» Бәйләнештә рәсми битенән.


 

Маҡсат — балаларҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү
Маҡсат — балаларҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү
Автор:
Читайте нас: