Дим буйҙары
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Октябрь , 07:41

2025 йылда алырға мөмкин булған пенсия тупланмаһы суммаһы аталды

Рәсәйҙә йәшәүселәр 412 мең һумға тиклем пенсия тупланмаларын алырға мөмкин

2025 йылда алырға мөмкин булған пенсия тупланмаһы суммаһы аталды
2025 йылда алырға мөмкин булған пенсия тупланмаһы суммаһы аталды

Рәсәйҙә йәшәүселәр 412 мең һумға тиклем пенсия тупланмаларын алырға мөмкин. Был хаҡта Хеҙмәт министрлығына һылтанма менән “Известия” хәбәр итте.

“Һүҙ 2014 йылда “туңдырылған” аҡсалар тураһында бара. Уларҙы бер түләм менән алырға (әгәр кешенең йыйылған аҡсаһы сикке сумманан артмаһа) йәки пенсияға ай һайын өҫтәлмәне һайларға була”, – тиелә материалда.

Мәҡәләлә әйтелеүенсә,  бындай үҫеш 2024 йылда түләүҙе иҫәпләү методикаһының үҙгәреүе менән аңлатыла: июлгә тиклем тупланған аҡсаны бер түләү менән алырға мөмкинлек биргән сик пенсияның биш процентынан сығып иҫәпләнә, ә һуңынан уны пенсионерҙың йәшәү минимумының ун процентынан сығып иҫәпләй башланылар.

Башинформ 

2025 йылда алырға мөмкин булған пенсия тупланмаһы суммаһы аталды
2025 йылда алырға мөмкин булған пенсия тупланмаһы суммаһы аталды
Автор:
Читайте нас: