Бөгөн рдиожурналистика ветераны, йырсы, композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нурия Абдуллина арабыҙҙан китеп барҙы.
Нурия Насибулла ҡыҙы Абдуллина 1957 йылдың 15 мартында Әлшәй районы Баязит ауылында тыуған. 1973 йылда Өфө ҡалаһының 1-се интернат-мәктәбен тамамлай. Артабан Өфө ҡалаһындағы музыка-педагогия училищеһында урта махсус һөнәри белем ала. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Ейәнсура районында башлай.
1994 йылдан Башҡортостан уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу институтында музыка кабинеты методисы булып эшләй. 1996 йылда «Башҡортостан» телерадиокомпанияһына ҡабул ителә. Радиола бик күп уңышлы проекттар алып бара. «Ҡунағөй» тапшырыуы эфирҙа бик күп йылдар уңыш менән барған программаларҙың береһе булды. «Ҡунағөй»ҙә Нурия Абдуллина башлаған «Һөйөнсө, бәпес тыуған» рубрикаһы - «Юлдаш»та иң оҙон ғүмерлеһе. Ул әле лә эфирға сыға, тыңлаусылар яратып ҡатнашҡан сығарылыштарҙың береһе булып ҡала.
Нурия Абдуллина йырсы, үҙешмәкәр композитор булараҡ та танылыу яулай, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡара. Уның бихисап йырҙарына клип төшөрөлгән. «Ризыҡтарым өҙөлмәгән әле», «Тыуған көн», «Нәфсе даръяларын буйламайыҡ», «Ни хәлдә һеҙ, туғандар?», «Әсә фатихаһы», «Рәхмәт һеҙгә, атай-әсәй», «Яңғыҙҙарҙы кемдәр яратыр» кеүек йырҙары йыш ҡына радио тулҡындарында яңғыраны.
Мәрхүмәнең яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Нурия Абдуллинаның «Башинформ»ға биргән һуңғы интервьюһы.