Башҡортостандан «көмөш» йәштәгеләр Үзбәкстанға сәйәхәткә юллана, тип хәбәр итә республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко әйтеүенсә, пилот сәфәрҙәре ведомство менән «ТТ-Трэвел» туроператоры араһында ҡул ҡуйылған хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ярашлы бойомға ашырыла.
Билдәле булыуынаса, республика пенсионерҙары яҡын арала юлға сығырға тейеш. Шулай уҡ төбәккә Рәсәй һәм сит ил туристарын йәлеп итеү өсөн яңы төбәк-ара һәм халыҡ-ара маршруттар ойоштороу планлаштырыла.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров IV Халыҡ-ара этнотуризм форумында Рәсәй һәм Беларусь туриндустрияһы вәкилдәре менән осрашты.