Рәсәйҙә яңы тыуған балалар өсөн лотерея уйынын керетмәкселәр.
Бөтә Рәсәй лотереяһында фатирҙар һәм автомобилдәр уйнатылырға мөмкин. Быны Дәүләт думаһы вице-спикеры Борис Чернышов тәҡдим итккән. Ул әйтеүенсә, "илдә тыуыусылар һанын стимуллаштырыу өсөн" ашығыс саралар күрергә кәрәк.
Шуға күрә яңы тыуған балалар араһында ай һайын 10 фатир, 100 автомобиль һәм 1000 көнкүреш техникаһы комплекты уйнатыу бик отошло буласаҡ.
Парламентарий был башланғысты еңел тормошҡа ашырыла торған тип һанай. Лотерея механизмына килгәндә, уны автомат рәвештә үткәрергә кәрәк. Лотерея уйнатыуҙа ЗАГСҡа мәғлүмәт килгән һәр кем ҡатнашасаҡ. Еңеүселәрҙе тантаналы шарттарҙа иғлан итәсәктәр.
"Миңә йыш ҡына граждандар ғаиләләргә ярҙам итеү һәм балалар тыуҙырыу өсөн стимул булдырыу менән бәйле мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәт итәләр", - тип белдергән Чернышов.