Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
11 Ноябрь 2024, 05:52

Смартфон ғүмерҙе ҡыҫҡарта! Бөгөнгө үҫмерҙәрҙең 60 йәшкә етмәүе лә бар..

Эксперттар әйтеүенсә, был смартфонда “ултырыу”ға бәйле.

Смартфон ғүмерҙе ҡыҫҡарта! Бөгөнгө үҫмерҙәрҙең 60 йәшкә етмәүе лә бар..Смартфон ғүмерҙе ҡыҫҡарта! Бөгөнгө үҫмерҙәрҙең 60 йәшкә етмәүе лә бар..
Смартфон ғүмерҙе ҡыҫҡарта! Бөгөнгө үҫмерҙәрҙең 60 йәшкә етмәүе лә бар..

Экранға текләп ваҡыт үткәреү нерв һәм психикаға ғына түгел, йөрәк эшмәкәрлеге менән ҡан тамырҙарына ла бик насар тәьҫир итә икән. Был хаҡта 30 йыл дауамында 4000-дән ашыу кешененең йәшәү рәүешен һәм сәләмәтлек торошон күҙәтеп барған медик ғалимдар командаһы белдергән. 1985 йылда был тикшереү башланғанда йәштәргә 18-30 йәш булған.

Баҡһаң, 20+ йәштә телевизор һәм гаджет артында ултырған һәр сәғәт 60 йәшкә етеү шансын ҡыҫҡарта икән. Айырыуса егеттәрҙә. Урта йәштә күңелһеҙ динамика дауам итә: экран алдындағы һәр сәғәт йөрәктең ишемия сирен - 55, инсультты – 58 һәм башҡа йөрәк сирҙәрен 32 процентҡа арттыра.

Хәүеф нимәлә һуң?

* Беренсенән, физик әүҙемлек түбәнәйә;

* Икенсенән, тормошҡа ҡыҙыҡһыныу кәмей;

* Өсөнсөнән, йоҡо боҙола.

 

Ә эштәре шуға бәйле булғандар, тиерһегеҙ. Был осраҡта һүҙ улар менән билдәле маҡсатта ҡулланыусыларға түгел, ә буш ваҡыттарын телефонда үткәреүселәргә ҡағыла.  Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләгән эксперттар өйҙәге буш ваҡытты гаджеттарға көнөнә 2 сәғәттән дә артыҡ бүлмәҫкә ҡуша!

Ә бөгөнгө балалар?! Улығыҙға, ҡыҙығыҙға ҡарағыҙ әле, күпме ваҡытын телефонға бүлә икән?.. 

ejansura.ru

 

Смартфон ғүмерҙе ҡыҫҡарта! Бөгөнгө үҫмерҙәрҙең 60 йәшкә етмәүе лә бар..
Смартфон ғүмерҙе ҡыҫҡарта! Бөгөнгө үҫмерҙәрҙең 60 йәшкә етмәүе лә бар..
Автор:
Читайте нас