-1 °С
Болотло
Федераль бюджет Башҡортостанға 2024, 2025 һәм 2026 йылдарҙа санитар авиация эшен тәьмин итеү өсөн 31,68 миллион һум йүнәлтә. Бойороҡҡа Рәсәй Федерацияһы премьер-министры ҡул ҡуйған.
Документта билдәләнеүенсә, субсидиялар медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн авиация эштәрен һатып алыуға бүленә. 2024 йылда федераль бюджетта ошо маҡсатҡа бөтәһе 7,5 миллиард һумдан ашыу ҡаралған. Эш «Беренсел медицина-санитар ярҙамын күрһәтеү системаһын үҫтереү» федераль проектына ярашлы башҡарыла.
Башҡортостанда санитар авиацияның нисек эшләүе тураһында тулыраҡ бында уҡырға мөмкин.