Дим буйҙары
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Ноябрь , 15:43

Ҡул эштәре менән шөғөлләнеү күңелгә ял, тыныслыҡ бирә

Бишбүләктә йәшәүсе Елена Кириллова эксклюзив сумкалар яһай

Ҡул эштәре менән шөғөлләнеү күңелгә ял, тыныслыҡ бирә
Ҡул эштәре менән шөғөлләнеү күңелгә ял, тыныслыҡ бирә

Һәр кемдең тормошонда мауығыуҙар бар. Кемдер һүрәт төшөрә, йырлай, маркалар йыя, сәғәттәр буйына компьютер алдында үткәрә, балыҡ һәм хайуандар үрсетә, уҡый һәм сәскәләр үҫтерә... Был – күңел өсөн тыныслыҡ бирә торған шөғөл.

Ҡул эштәре – ул, барыһынан да элек, тырыш хеҙмәт, ләкин мәжбүри эш түгел, күңел өсөн, тимәк, ул – минең өсөн ял. Ниндәй ҙә булһа әйбер бәйләйһең, һәм күңелдә яҡтыраҡ һәм йылыраҡ булып китә, барлыҡ проблемалар һәм ауырлыҡтар икенсе планға күсә. Ҡатын-ҡыҙҙар ҡул эштәре менән шөғөлләнһен ине, ышанығыҙ, был – күп бәлә-ҡазаларҙан ҡотолоу, - ти матур сумкалар оҫтаһы Елена Кириллова.

Елена Леонидовнаны күптәр белә, сөнки ул Бишбүләк ауылында хат ташыусы булып эшләгән. Ун йылдан ашыу ҡул эштәре менән шөғөлләнә. Уның тәүге эше – лента менән сигеүҙәр, тағы ла ул матур уйынсыҡтар яһай, мунса ышҡыуғыстары, һабындан вазалар яһай һәм таҫмалар менән үрә. Өйөндә әлегә ҡәҙәр ырғаҡ менән бәйләгән бик күп әйберҙәр һаҡлана. Хәҙер инде уның күләмле эштәре – сумкалары бар. Шнурҙан сумкалар бәйләү идеяһын ҡыҙы Ирина әйткән (полипропилен шнурҙар келәм, сумкалар, кәрзиндәр бәйләү өсөн яҡшы материал булып тора). Уның тәүге сумкаһы ярайһы килеп сыҡҡан.

Ижад итеү, ниндәйҙер яңылыҡ булдырыу теләге үҙенән-үҙе килә, ҡайһы берҙә үҙеңсә үҙгәртәһең йәки өҫтәйһең. Башлаған эштәрҙе бирелмәһәң, сумка ике көн эсендә әҙер була. Әгәр Елена Леонидовнаның эше кемгәлер оҡшаған икән – һатып алалар. Район һабантуйында ойошторолған күргәҙмәнән Еленаның туғыҙ сумкаһын һатып алалар. 21 йәшлек ейәнсәре Дарьяға да өләсәһенең ҡул эштәре бик оҡшай. Хәҙер ҡул эштәре оҫтаһы ейәнсәренең тыуған көнөнә бүләк әҙерләй.

-Еле наның бер эше лә икенсеһенә оҡшамаған. Һәр ваҡыт яңы биҙәктәр уйлап таба, төҫтәрҙе ҡатнаштыра, төрлө фурнитуралар яһай. Бер үк әйберҙе эшләргә теләк юҡ, ҡыҙыҡ түгел, тиҙәр ысын оҫталар, - тип һөйләй Бишбүләк ауылы Мәҙәниәт һарайының халыҡ ижады галереяһы мөдире Римма Андреева. – Оҫта ҡуллы ханымдың эштәре беҙҙә ҡуйылған. Кешеләр килә, ҡыҙыҡһына, шуға күрә беҙ оҫталыҡ дәрестәре үткәрергә булдыҡ.

Ысындан да, Елена яһаған сумкалар биҙәктәрҙең бөхтәлеге, сәскәләрҙең һәм рәсемдәрҙең киң гаммаһы менән күҙгә ташлана, сумкалар форманы яҡшы тота. Улар иң талапсан модалы ҡатын-ҡыҙҙарҙы һөйөндөрөр, тип ышанғы килә.

Декабрь айында Өфөләге арт-күргәҙмә уҙғарыу планлаштырыла, унда республикабыҙҙың төрлө мөйөштәренән килгән оҫталар үҙҙәренең ижады менән таныштырасаҡ. Был ғәмәли сәнғәт оҫталары өсөн яҡшы майҙансыҡ, шуға күрә Елена Кириллова район исеменән унда ҡатнашасаҡ.

Галина ВАРИКОВА,

Автор фотоһы.

Ҡул эштәре менән шөғөлләнеү күңелгә ял, тыныслыҡ бирә
Ҡул эштәре менән шөғөлләнеү күңелгә ял, тыныслыҡ бирә
Автор:
Читайте нас: