Дим буйҙары
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Ноябрь , 16:12

Ғалимдар ағастарҙың кешегә тәьҫирен өйрәнә

Өфө фән һәм технологиялар университетының экосистемалар һәм йәшел инфраструктура лабораторияһы Көньяҡ-Урал ботаника баҡсаһы менән берлектә ҡала шарттарында йәшел мөхиттең кешенең психоэмоциональ һәм когнитив һаулығына йоғонтоһон тикшерә башланы. 

Ғалимдар ағастарҙың кешегә тәьҫирен өйрәнә
Ғалимдар ағастарҙың кешегә тәьҫирен өйрәнә

Өфө фән һәм технологиялар университетының экосистемалар һәм йәшел инфраструктура лабораторияһы Көньяҡ-Урал ботаника баҡсаһы менән берлектә ҡала шарттарында йәшел мөхиттең кешенең психоэмоциональ һәм когнитив һаулығына йоғонтоһон тикшерә башланы. Вуз-ара кампуста урынлашҡан яңы лаборатория Рәсәй Федерацияһы Фән һәм юғары белем министрлығының «Өҫтөнлөк - 2030» стратегик проектына ярашлы булдырылған.

- Беҙҙең лабораторияның бурысы – ҡалалағы йәшел инфраструктураның оҙайлы ғүмер мөхитен булдырыуҙың төп факторы булараҡ үҫтереү мәсьәләләре буйынса заманса дисциплина-ара ғилми-белем биреү майҙансығы булдырыу, - ти Өфө фән һәм технологиялар университетының Экосистемалар һәм йәшел инфраструктура лабораторияһы етәксеһе Мария Лебедева. - Бөгөн беҙ амбициялы маҡсат ҡуйҙыҡ – йәшел мөхиттең ҡала шарттарында кешенең психоэмоциональ һәм когнитив һаулығына тәьҫирен өйрәнеү.

Көньяҡ Урал ботаника баҡса-институты нигеҙендәге эштә Тәбиғәт һәм кеше институты студенттары һәм аспиранттары ҡатнаша.  

Белешмә өсөн

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусын төҙөү РФ Президенты ҡушыуы һәм Рәсәй Фән һәм юғары белем министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы алып барыла. Өфө кампусы проекты – ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, уңайлы скверҙар һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттарын берләштергән студенттар киңлеге.

Сығанаҡ: bashgazet.ru

Ғалимдар ағастарҙың кешегә тәьҫирен өйрәнә
Ғалимдар ағастарҙың кешегә тәьҫирен өйрәнә
Автор:
Читайте нас: