Ҡатын-ҡыҙ өсөн әсәй булыуҙан да юғарыраҡ бәхет, бөйөгөрәк исем юҡтыр ул. Мәҙәниәт хеҙмәткәре Рита Бәсим ҡыҙы Шәймәрҙәнова барлыҡ әсәйҙәрҙе байрам уңайынан ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, тыныс һәм аяҙ күк йөҙө, бәхет һәм именлек теләне.
Аккомпаниатор Зәлир Әлмөхәмәтов оҙатыуында Хәйҙәр Хафизов һәм Гөлназ Садыҡованың дәртле йырҙары, Рәмилә Шөғәйепованың әсәйҙәр тураһындағы шиғыры һәр кемдең күңеленә хуш килде. Әсәйҙәрҙе матур, һоҡланғыс байрамдары менән шулай уҡ ФАП мөдире Эльвира Шөғәйепова ла ҡотлап үтте һәм матур теләктәрен еткерҙе. Бында ултырған ҡатын-ҡыҙҙарҙың күбеһе лайыҡлы балалар тәрбиәләп, уларҙы ҙур тормош юлына оҙатҡан. Күптәре инде әсәй генә түгел, һөйөклө өләсәйҙәр булырға ла өлгөргән.
Ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре лә байрамға тәмле ризыҡтар әҙерләп алып килгәнйе. Сәй табыны артында һөйләшеүҙәр, аралашыуҙар менән үрелеп барған байрам йылы хистәр ҡалдырҙы. Концертта әсәйҙәрҙе данлаған шиғыр-йырҙар яңғырауы тантанаға килеүселәргә, ысынлап та, матур байрам бүләге булды.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА фотолары.