Дим буйҙары
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Ноябрь , 10:18

Һөйкөмлөлөк hәм һөнәри оҫталығы еңергә ярҙам иткән

Өфөлә «Ҡатын-ҡыҙ — йыл директоры» Бөтә Рәсәй конкурсының XXVIII Төбәк этабы уҙҙы, унда «Йыл меценаты» номинацияһында Эльнара Тимербай ҡыҙы Суфьянова еңеүсе булды

Һөйкөмлөлөк hәм һөнәри оҫталығы еңергә ярҙам иткән
Һөйкөмлөлөк hәм һөнәри оҫталығы еңергә ярҙам иткән

— Әлеге мәртәбәле конкурста ҡатнашыу өсөн республиканың ҡала һәм райондарынан барлыгы 67 ғариза бирелгәйне, — ти hәр ваҡыт зауыҡлы кейенгән һәм асыҡ йөҙлө Эльнара. — Йомғаҡлау этабына, финалға бары тик 16 кеше генә үтте. Әлбиттә, әйтеп бөтөргөһөҙ шатмын: шул иҫәптән мин дә!

2024 йылда Бишбүләктә БР Ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарҙары ассоциацияһының Бишбүләк районында филиалы ойошторолған. Беҙҙең героиня шатланып фекерҙәштәре сафына баҫҡан. Бында ла үҙен яҡшы яҡтан күрһәтергә өлгөргән, Ассоциацияла йыл һайын үткәрелә торған «Ҡатын-ҡыҙ— йыл директоры» конкурсының район этабында ҡатнашҡан. Унан һуң республика дәрәжәһендә ҡатнашыу өсөн ғаилә бизнесын булдырыу тарихы буйынса документтар әҙерләй башлаған. Конкурсҡа яҡшы видеоролик төшөрөлгән. Шунан республика жюри ағзалары алдында презентация көнө килеп еткән.

 — Жюриҙа алты кеше, төрлө министрлыҡтарҙан вәкилдәр бар ине, — тип дауам итә Эльнара Тимербай ҡыҙы. — Мин йәмәғәт туҡланыуы проектын яҡлап яҡшы ғына сығыш яһаным. Беҙ ирем Наил менән быға ҡәҙәр биш йыл дауамында үҙебеҙҙең район үҙәгендә «Суфаэль» ғаилә рестораны менән шөғөлләндек, ә ике ҡатлы ҙур булмаған бинала «Теремок» кафеһы бар ине. 2023 йылдан башлап беҙҙең өсөн яңы үҫеш баҫҡысы булараҡ, Еңеү паркы ҡаршыһындағы иркен бинала урынлашҡан «Теремок» хәләл кафеһы бар. Бында тәмләп ашарға мөмкин булған өс зал, конкурс саралары өсөн лаунж-зона hәм балалар өсөн уйын зонаһы бар. Кухня заманса йыhаздар hәм һауыт-һаба менән йыhазландырылған. Беҙ ата-әсәләр менән балалар өсөн  аш-һыу әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрәбеҙ, тәү тапҡыр эшөыуарҙар өсөн үҙ әйберҙәре — «кейстар» менән нетворкинг-алмашыу уҙғарҙыҡ. Район үҙәге мәсете мөфтөйө рөхсәте менән балалар өсөн ғәрәп теле һәм ислам нигеҙҙәре дәрестәре үткәрелә. Йәйгеһен Бәләбәй мөғәлиме тиҙ уҡыу курстары үткәрҙе.

Yҙенең һөйкөмлөлөгө һәм юғары һөнәри оҫталығы менән Эльнара Суфьянова жюри ағзаларын Бишбүләк ауылында яҡшы алып барылған ғаилә бизнесы менән ҡыҙыҡһындыра алған. Шулай итеп, ул «Йыл меценаты» номинацияһында республика конкурсында еңеп, кубок, диплом hәм сертификат алған. Йәш, энергиялы hәм алдан күрә белгән директорҙың киләсәккә проекттары күп. Былар — үҙ автомойкаһын, Тумаш туристлыҡ ялы базаһын булдырыу hәм ҡунаҡхана бизнесын үҫтереү.

— Беҙ ирем менән тыуған төйәгебеҙ сәскә атһын, үҙенә тартып торһон һәм үҙенсәлеген һаҡлап ҡалһын өс!н тырышасаҡбыҙ! — тине Эльнара осрашыу аҙағында.

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотоһы.

Һөйкөмлөлөк hәм һөнәри оҫталығы еңергә ярҙам иткән
Һөйкөмлөлөк hәм һөнәри оҫталығы еңергә ярҙам иткән
Автор:
Читайте нас: