— Мин – Тыуған илемдең патриоты. Ватаныбыҙҙы һаҡларға кәрәклегенә һаман да шикләнгән ир-егеттәргә өлгө булғым килә. Коллегаларым минең ҡарарымды бик хупланы. Мәҙәниәт министрлығы етәкселеге минең эш урынымды һаҡлап ҡаласаҡ, – тине Эльмира.
Эльмира Юлдашева үҙенең ниәте ныҡлы булыуын, әммә барыбер бер аҙ борсолоуы хаҡында һөйләне.
– Әлбиттә, мин борсолам. Әммә көслө кешемен, тормошта күпте күрҙем. Барыһы ла килеп сығыр тип уйлайым. Яҡындарыма терәк-таяныс булыуҙары өсөн рәхмәтлемен, – тине актриса.
Эльмира Юлдашева республикала «Ай ҡыҙы» башҡорт телесериалында (режиссеры Әнүәр Нурмөхәмәтов) төп ролде башҡарыусы актриса булараҡ билдәле, шулай уҡ ул – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү буйынса 40-тан ашыу сара булдырылған. Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгән ир-егеттәр, бөтә түләүҙәрҙе иҫәпкә алып, тәүге йылда уҡ 3 825 000 һумдан алып эш хаҡы ала. Шулай уҡ һалдаттар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ҡырҡтан ашыу төрлө льготалар, шул иҫәптән шифаханаға бушлай йөрөү, ҡайһы бер һалымдарҙан азат итеү, балаларҙы тулыһынса бушлай уҡытыу, ғаиләгә көндәлек тормошта ярҙам күрһәтеү һәм башҡа күп нәмәләр булдырылған. Саралар исемлеген тулыһынса бында уҡығыҙ. Тулыраҡ мәғлүмәтте Башбат.рф сайтында һәм 122 телефоны буйынса белешергә мөмкин.